27 октябрь көнө балалар баҡсаһында дөйөм ата - әсәләр йыйылышы үтте. Йыйылыш темаһы "Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың интеллектуаль үҫеше". Йыйылыш "Изге осрашыуҙар кафеһы" формаһында үткәрелде. Ата - әсәләрҙе музыка залында "официант" формаһы кейгән ике алып барыусы ҡаршы алды (тәрбиәселәр Өмәтбаева Г.М. һәм Йәнбәкова М.А.). Алып барыусылар ата - әсәләргә кафе менюһын тәҡдим итте. Ә менюла нимә генә юҡ ине! Беренсе блюдо "Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы балаларҙың аҡыл - зиһенен үҫтереү". Икенсе блюдо "Йәш үҙенсәлектәренә ярашлы балаларҙың танып белеү һәләтен үҫтереү үҙенсәлектәре" темаһына арналды. Бында тәрбиәселәр балаларҙың йәш үҙенсәлеге буйынса интеллектуаль һәләттәр үҫтереү буйынса кәңәштәр бирҙеләр. Ә өсөнсөһө - "Ҡырҡыу аш" . Ата - әсәләргә төрлө ситуациялар тәҡдим ителеп, уларҙың сиселеү юлдары буйынса дискуссия ойошторолдо. Артабан "официанттар" "Дуҫлыҡ бутҡаһы" тәҡдим иттеләр. Был юлы ата - әсәләр үҙҙәре өй шарттарында балаларҙың аҡыл - зиһенен үҫтереү буйынса эш тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар. Иң аҙаҡ, ата - әсәләргә тәмле сәй артында рәсми булмаған аралашыу ойошторолдо. Ата - әсәләр төрлө тәмлекәстәр менән сәй эсеп тема буйынса үҙ - ара аралаша алдылар. Бөтә ата - әсәләр ҙә йыйылыштан үҙҙәренә фәһем алып ҡәнәғәтлек менән таралыштылар.