Суббота
27.04.2024
21:12
Приветствую Вас Гость
RSS
 
МДОБУ детский сад "Сулпылар" ГО г.Сибай РБ
Главная Регистрация Вход
»
Меню сайта

Категории раздела
Наши [19]

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 1


16:46
Дөйөм ата - әсәләр йыйылышы

27 октябрь көнө балалар баҡсаһында дөйөм ата - әсәләр йыйылышы үтте. Йыйылыш темаһы "Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың интеллектуаль үҫеше".  Йыйылыш "Изге осрашыуҙар кафеһы" формаһында үткәрелде. Ата - әсәләрҙе музыка залында "официант" формаһы кейгән ике алып барыусы ҡаршы алды (тәрбиәселәр Өмәтбаева Г.М. һәм Йәнбәкова М.А.). Алып барыусылар  ата - әсәләргә кафе менюһын тәҡдим итте. Ә менюла нимә генә юҡ ине! Беренсе блюдо  "Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы балаларҙың аҡыл - зиһенен үҫтереү". Икенсе блюдо "Йәш үҙенсәлектәренә ярашлы балаларҙың танып белеү һәләтен үҫтереү үҙенсәлектәре" темаһына арналды. Бында тәрбиәселәр  балаларҙың йәш үҙенсәлеге буйынса интеллектуаль  һәләттәр үҫтереү буйынса кәңәштәр бирҙеләр. Ә өсөнсөһө - "Ҡырҡыу аш" . Ата - әсәләргә төрлө ситуациялар тәҡдим ителеп, уларҙың сиселеү юлдары буйынса дискуссия ойошторолдо. Артабан "официанттар" "Дуҫлыҡ бутҡаһы" тәҡдим иттеләр. Был юлы ата - әсәләр үҙҙәре өй шарттарында балаларҙың аҡыл - зиһенен үҫтереү буйынса эш тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар. Иң аҙаҡ, ата - әсәләргә тәмле сәй артында рәсми булмаған аралашыу ойошторолдо.  Ата - әсәләр төрлө тәмлекәстәр менән сәй эсеп тема буйынса үҙ - ара аралаша алдылар. Бөтә ата - әсәләр ҙә йыйылыштан үҙҙәренә фәһем алып ҡәнәғәтлек менән таралыштылар.

Просмотров: 603 | Добавил: Сулпылар
ЗАКЛАДКИ



     

     


-->
Вход на сайт

Поиск

Календарь
«  Октябрь 2016  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31

Архив записей

Друзья сайта