Суббота
20.04.2024
18:58
Приветствую Вас Гость
RSS
 
МДОБУ детский сад "Сулпылар" ГО г.Сибай РБ
Главная Регистрация Вход
Конкурсы »
Меню сайта

Категории раздела
Наши [19]

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 1

2017-2018 УҠЫУ ЙЫЛЫ

         ПОЛОЖЕНИЕ  конкурса на лучшее озеленение и благоустройство территории дошкольных образовательных учреждений

ПОЛОЖЕНИЕ конкурса , посвященного ПДД

ПОЛОЖЕНИЕ о Республиканской олимпиаде для детей старшего дошкольного возраста «МЫ ГАГАРИНЦЫ» 2017 – 2018 учебного года

ПОЛОЖЕНИЕ городского конкурса исполнителей детских стихов на башкирском языке среди детей дошкольного возраста

ПОЛОЖЕНИЕ о городском конкурсе проектов по здоровьесберегающим технологиям среди педагоческих работников 

2016-2017 УҠЫУ ЙЫЛЫ

ПОЛОЖЕНИЕ конкурса методических разработок в ДОУ

ПОЛОЖЕНИЕ городского  фестиваля по техническому творчеству «Дорога в будущее»

ПОЛОЖЕНИЕ городского конкурса «Лучшая организация развивающей предметно-пространственной среды (группы) дошкольной образовательной организации»

"Иң яҡшы театр мөйөшө" конкурсы ПОЛОЖЕНИЕҺЫ

2015-2016 уҡыу йылы 
“Иң яҡшы китап мөйөшө” конкурсы

ПОЛОЖЕНИЕҺЫ

1.Дөйөм положениелар

1.1  Положение  “Сулпылар” балалар баҡсаһында үткәреләсәк “Иң яҡшы китап мөйөшө” конкурсы тәртибен билдәләй һәм балалар баҡсаһы мөдире тарафынан раҫлана.  Конкурс “Әҙәбиәт йылына” арнала.

1.2. Конкурс үткәреү ваҡыты – 19.10.15й.-  23.10.15й.

1.3. Конкурс комиссияһы составы:

Конкурс рәйесе:

Биушкина Нурия Әхәт ҡыҙы – балалар баҡсаһы мөдире

Комиссия ағзалары:

- Кәримова Йәмилә Сәйфулла ҡыҙы- өлкән тәрбиәсе;

- Бикбова Светлана Рәшит ҡыҙы  - профком рәйесе.

2.    Конкурс маҡсаты

Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына һәм балалар баҡсаһы программаһына ярашлы китап мөйөштәренең йөкмәткеһен яңыртыу, тәрбиәләнеүселәрҙең телмәрен һәм эстетику тойғоларын  байытыу.

3.   Конкурста ҡатнашыусылар

Конкурста бөтә төркөм тәрбиәселәре лә ҡатнаша.

4.  Конкурс критерийҙары

1. Йыһаз (яҡтылыҡ төшкән урын, ултырғыстар , өҫтәл, китап кәштәһе);

2. Китаптарҙың йәш үҙенсәлегенә һәм программа йөкмәткеһенә  тап килеүе;

 3. Башҡорт телендә нәфис әҙәбиәттең  башҡа төрлө әҙәбиәттәрҙән  60% йәки 70% тәшкил итеүе  (региональ компонент);

 бер авторҙың бер нисә төрлө китаптары барлығы;

 бер авторҙың бер китабының бер нисә экземплярҙа булыуы

4.  Нәфис әҙәбиәт һәм тирә - йүн менән таныштырыу өсөн  иллюстрациялар;

 5. Рәссам – иллюстраторҙар тураһында материалдар;

6. Тематик күргәҙмәләр;

7.  Материалдарҙың алмашынып тороуы;

8. Балаларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса китаптарҙың барлығы;

9. Китап мөйөшөнөң зауыҡ менән биҙәлеше;

10. Китап мөйөшөнөң балалар ҡулланырлыҡ итеп урынлаштырылыуы.

  5.  Еңеүселәрҙе билдәләү

Еңеүселәр  3 баллы система менән баһалана. 1, 2 , 3 урындар билдәләнә. Еңеүселәр маҡтау ҡағыҙҙар һәм приздар менән бүләкләнә. Еңеүселәрҙе билдәләү  икенсе педсоветта үткәрелә. (ноябрь 2015 йыл)

 

Конкурсы  за 2014-2015 учебный год

     1.   Педагогик оҫталыҡ конкурсы

ПОЛОЖЕНИЕҺЫ

«Педагогик документация – педагогтың йөҙө »

1Төп положениелар

1.1. Тәҡдим ителгән положение конкурс тәртибен билдәләй.

 1.2. Конкурс педагогтарҙың педагогик документацияларын тикшереүҙең бер формаһы булып хеҙмәт итә.

 1.3. Конкурсҡа әҙерлек һәм үткәреү өлкән тәрбиәсегә һәм балалар баҡсаһы мөдиренә йөкмәтелә.

2. Конкурстың маҡсаты һәм бурыстары:

- Педагогтарҙың документация алып барыуҙарын тикшереү;

- Документация әҙерләү кимәлен күтәреү;

- Педагогик документацияны дөрөҫ әҙерләүҙе пропагандалау;

- Ижади эшләүсе педагогтарҙы билдәләү;

- Документация әҙерләү буйынса алдынғы тәжрибәне таратыу.

3. Конкурс әҙерләү һәм үткәреү тәртибе

3.1. Конкурс 8- се сентябрҙан алып 19- сы  сентябрға тиклем үткәрелә.

3.2. Конкурс түбәндәге номинациялар буйынса үткәрелә: «Тәрбиәсенең документацияһы», «Белгес документацияһы ».

4. Конкурста ҡатнашыусылар

Конкурста бөтә педагогтар ҙа ҡатнаша

5.Жюри

Жюри ағзалары балалар баҡсаһы мөдире приказы менән билдәләнә.

6. Баһалау критерийҙары

Жюри түбәндәге критерийҙар менән эш торошон билдәләй:

- балалар баҡсаһында кәрәк булған документациялар исмелегенә тап килеүе;

- эстетик талаптарҙы, бер төрлө биҙәлешен иҫәпкә алыу;

-документтарҙың йөкмәткелелеге (уҡый алырлыҡ, грамоталы тултырылыуы, үҙ ваҡытында  тултырылыуы)

7. Йомғаҡ яһау

7.1. Конкурста еңеүселәрҙе жюри билдәләй.

7.2. Еңеүселәр иҫтәлекле бүләктәр һәм шәхси маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә

Документация исемлеге

Документтың (папканың)  атамаһы

Документтың тәғәйенләнеше

Белем биреү буйынса тематик план барлығы

Йәш үҙенсәлегенә ярашлы тематик план

Һәр эшмәкәрлек буйынса  перспектив – тематик пландар

Йәш үҙенсәлегенә һәм эшмәкәрлек төрҙәренә ярашлы перспектив план

Белем биреү буйынса көндәлек план

Көн һайын тултырыла торған документ

Папка «Мониторинг»

Мониторинг һөҙөмтәләрен күрһәткән материалдар

Тормош хәүефһеҙлеге һәм сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса әңгәмәләр дәфтәре

Дәфтәрҙә темалар теркәлеп бара. Мотлаҡ датаһы яҙыла.

Ата - әсәләр менән эш папкаһы

Ата - әсәләр менән эш планы,  йыйылыш протоколдары , бергә саралар сценарийҙары, косультациялар һ.б.

Балаларҙың баҡсаға йөрөү табеле

Балаларҙың йөрөүен һәм йөрөмәүен асыҡлаусы документ

Ата - әсәләр тураһында мәғлүмәт дәфтәре

Был документта ата - әсәләр тураһында мәғлүмәт теркәлә: Ф.И.О., адресы, телфоны, ғаиләлә балалар һаны, йәшәү шарттары, социаль хәле

Белгестәр менән бәйләнеш дәфтәре

Был  дәфтәрҙә белгес эшмәкәрлектә булған теманы һәм балаларға  индивидуаль тәҡдимдәр яҙып бара.

Төркөмдөң паспорты

Паспорт балаларҙың 5 йыл буйы йөрөү барышында тулыланып бара. Методик әҙәбиәт, дидактик уйындар, ҡулланмалар, күргәҙмәлек материалдары  теркәлеп бара. Балалар  йыһаҙдары ла мотлаҡ теркәлеп бара. Был исемлек  балаларҙың йәшенә ҡарап йыл һайын өҫтәлеп бара.

Сыныҡтырыу  буйынса мәғлүмәт

Сыныҡтырыу саралары һәм формалары теркәлеп барған документ

Педсоветтар һәм педсәғәттәр дәфтәрҙәре

Һәр тәрбиәсенең шәхси дәфтәре

Конкурс критерийҙары

мәктәпуә әҙерлек      төркөмө

тәрбиәселәр – Бикбова С.Р., Газина Г.Р.

Документтың (папканың)  атамаһы

Баһалау

Юғары – 3 балл

Уртаса- 2 балл 

 Түбән- 1 балл 

Белем биреү буйынса тематик план барлығы

 

 

 

Һәр эшмәкәрлек буйынса  перспектив – тематик пландар

 

 

 

Белем биреү буйынса көндәлек план

 

 

 

Папка «Мониторинг»

 

 

 

Тормош хәүефһеҙлеге һәм сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса әңгәмәләр дәфтәре

 

 

 

Ата - әсәләр менән эш папкаһы

 

 

 

Балаларҙың баҡсаға йөрөү табеле

 

 

 

Ата - әсәләр тураһында мәғлүмәт дәфтәре

 

 

 

Белгестәр менән бәйләнеш дәфтәре

 

 

 

Төркөмдөң паспорты

 

 

 

Сыныҡтырыу  буйынса мәғлүмәт

 

 

 

Педсоветтар һәм педсәғәттәр дәфтәрҙәре

 

 

 

                                                

2.“Сулпылар” балалар баҡсаһында үткәрелгән

“Иң яҡшы ижади проекттар “Атайсалым - Сибайым”  конкурсы

П О Л О Ж Е Н И ЕҺЫ 
 

Дөйөм положениелар 
1. Конкурс балалар баҡсаһының педагогтары араһында үткәрелә

2. Әҙерлек эксперт советына йөкмәтелә 
3. Конкурс Положениеһы балалар баҡсаһы мөдире бойороғо менән беркетелә 
Конкурстың маҡсаттары һәм бурыстары

Маҡсат : Балаларҙы тыуған ҡала Сибай менән таныштырыу өсөн шарттар булдырыу; Бергә эшмәкәрлектәр аша  балаларҙа әхлаки – ватансыллыҡ сифаттары тәрбиәләү.

Бурыстар : Әхлаки – ватансыллыҡ тәрбиәһе биреү. 
 Сибай тураһында  балаларҙың белемдәрен системаға һалыу. Тыуған ҡала менән ғорурланыу тойғоһо уятыу.

Конкурста  ҡатнашыусылар 
Конкурста балалар баҡсаһының педагогтары һәм ата - әсәләр ҡатнаша ала

Конкурс йөкмәткеһе һәм үткәреү ваҡыты 
Конкурста ҡатнашыусылар темаға ярашлы проекттар  тәҡдим итә.

Конкурс  3 этапта үтә: 
1 этап: 22 октябрҙан алып 24 октябрға тиклем  жюри тәҡдим ителгән проекттарҙы өйрәнә;

2 этап: 27 и 28 октябрь  2014 г. – проекттар презентацияларын ҡарау; 
3 этап: 30 октябрь 2014 йыл  - проекттар конкурсына йомғаҡ яһау. 
Конкурсҡа материалдар 22 октябрға тиклем бирелә.

Конкурс материалдарын баһалау: 
1. Проекттың темаға тап килеүе. 
2. Конкурс материалының фәннилеге. 
3. Материалдың балаларҙың йәш үҙенсәлегенә тап килеүе. 
4. Проекттарҙың төрлөлөгө. 
6. Проекттарҙы биҙәү культураһы . 
Проекттар презентацияларын баһалау критерийҙары: 
1.Презентацияның темаға тап килеүе. 
2. Проект материалын тәҡдим иткәндә төрлө формалар ҡулланыу. 
3. Регламентты тотоу  (5 минут). 
Конкурстың жюриһы: 
Жюри бурыстарына түбәндәгеләр инә: 
- Материалдарға экспертиза яһау(1 этап); 
- Презентацияларға баһа (2 этап); 
- Конкурсҡа йомғаҡ яһау (3 этап). 
Жюри составы:
Рәйесе  – балалар баҡсаһы мөдире Н.Ә.Биушкина

Жюри ағзаһы  –   өлкән тәрбиәсе Й.С. Кәримова                        

Конкурс һөҙөмтәләре : 
1. Конкурс һөҙөмтәләре балалар баҡсаһының сайтына һалына.
2. Конкурс һөҙөмтәләренә ярашлы урындар билдәләнә: 1 урын, 2 урын , 3 урын.

ПОЛОЖЕНИЕ

о конкурсе   «Парад снеговиков - 2014»

    1. Общие положения

                 Настоящее положение определяет  порядок организации и проведения конкурса семейных  творческих работ

           «парад снеговиков - 2014»  (далее Конкурс).

               Конкурс проводиться в МАДОУ детском саду «Сулпылар»

   2. Сроки проведения конкурса

             Конкурс проводиться c 19 декабря  по 29 декабря 2014 года

             3.   Цели и задачи конкурса:

  Конкурс проводится с целью создания праздничной атмосферы и вовлечение детей и взрослых в процесс по изготовлению снеговиков

           Задачи:

                1.1.     Вовлечение детей и родителей  в творческий процесс по изготовлению  героя новогоднего праздника– снеговика;

   1.2.      Стимулирование образного мышления, творческого воображения и фантазии  участников образовательного процесса  в ходе работы над поделкой;

   1.3.      Побуждение к сотворчеству  воспитателей, детей и их родителей;

    4.      Участники конкурса

     В  Конкурсе принимают участие  родители и дети всех возрастных групп.

             5.      Информационная поддержка конкурса:

     - информация о Конкурсе будет освещаться на сайте детского сада.

    - положение о Конкурсе будет размещено на сайте детского сада.

        6.    Организационный комитет и жюри конкурса

                          Для подготовки и проведения Конкурса создается жюри конкурса. В его состав входят:

- заведующая МАДОУ

- старший воспитатель

- музыкальный руководитель

- инструктор по физвоспитанию

- член профсоюзного комитета детского сада

                       Члены жюри (эксперты) осуществляет организацию Конкурса, принимает и оценивает представленные для участия

                   в конкурсе материалы.

   7.      Требования к  оформлению работ:

   1.       Жанр и техника исполнения, материал выбираются авторами

   2.       Работы могут быть выполнены в разных техниках  (оригами,  лепка,  аппликация, тестопластика,  рисование, вышивка, бисероплетение,  вязание  и др.)   с           использованием разнообразного материала (бумага, картон, поролон, нитки, дерево, др);

   3.       Снеговик может быть включен в новогоднюю композицию

   4.       Письменная информация  об авторах (название работы, автор, группа)

          8.      Критерии конкурса:

        При подведении итогов Конкурса комиссией оцениваются:

      - эстетичность;

      - оригинальность;

     -  творческий подход в оформлении;

     - соответствие заданной теме;

      - безопасность и прочность

         9.      Подведение итогов и награждение победителей:

   1.      Поведение итогов состоится 29 декабря;

   2.      Лучшие работы используются в оформлении выставки в музыкальном зале, победители конкурса награждаются дипломами;

   3.      Работы, по желанию воспитателей, в дальнейшем могут быть использованы для оформления группы, на занятиях, в совместной деятельности взрослого и ребенка.

 

Муниципаль автономлы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы “Сулпылар” балалар баҡсаһында

МИНИ - МУЗЕЙҘАР КОНКУРСЫ 

ПОЛОЖЕНИЕҺЫ

1.ДӨЙӨМ ПОЛОЖЕНИЕЛАР

1.1. Мини – музейҙар конкурсы йыллыҡ эш планына ярашлы үткәрелә.Үткәреү ваҡыты – 20 апрель – 29 апрель 2015 йыл.

1.2. Конкурсты ойоштороусылар – балалар баҡсаһы администрацияһы һәм эксперт төркөмө

1.3. Конкурста бөтә тәрбиәселәр ҙә ҡатнаша ала.

2. КОНКУРСТЫҢ МАҠСАТЫ ҺӘМ БУРЫСТАРЫ

2.1. Маҡсат: балаларға әхлаки – ватансыллыҡ тәрбиәһе биреүҙә  музей педагогикаһын ҡулланыу буйынса алдынғы эш тәжрибәһен асыҡлау

2.2. Бурыстар :  

- мәктәпкәсә йәштәге балаларға әхлаки – ватансыллыҡ тәрбиәһе биреүҙә музей педагогикаһын ҡулланыуҙа педагогтарҙың профессиональ оҫталыҡтарын күтәреү;

- төркөмдәрҙә үҫеш мөхитен йәнләндереү;

- балаларҙың танып белеү мөмкинселектәрен арттырыу.

3. КОНКУРС ҮТКӘРЕҮ ТӘРТИБЕ

3.1. Конкурс бер этапта үтә

 4. БАҺАЛАУ КРИТЕРИЙҘАРЫ. КОНКУРСТЫ ЙОМҒАҠЛАУ.

4.1. Музейҙарҙы баһалау өсөн эксперт төркөмө ағзаларынан жюри һайлана

Жюри составы:

1.     Н.Ә.Биушкина , балалар баҡсаһы мөдире, жюри рәйесе;

2.     Й.С.Кәримова , өлкән тәрбиәсе, жюри ағзаһы;

3.     Р.Ә.Ғөбәйҙуллина , музыка етәксеһе , жюри ағзаһы.

4.2. Жюри ағзалары мини – музейҙарға баһа бирә, баһалау карталары тултыра.

4.3. Мини – музейҙарҙы баһалау критерийҙары:

     - музейҙы эстетик талаптарға ярашлы биҙәү;

-         музей йөкмәткеһенең исеме йөкмәткеһенә тап килеүе;

-         экспонаттарҙың маҡсатҡа ярашлы, сифатлы, төрлө булыуы;

-         йәш үҙенсәлегенә тап килеүе;

-         музейҙың визиткаһы барлығы;

-         музей әҙерләүҙә балаларҙың ҡатнашлығы;

-         музей әҙерләүҙә ата - әсәләрҙең ҡатнашлығы

4.4 Мини – музейҙар конкурсына һөҙөмтәләр 29 апрель көнө яһала.

4.5. Конкурс һөҙөмтәләре йомғаҡлау педсоветында иғлан ителә.

4.6. Еңеүселәр тип 1,2, 3 урын яулаусылар һанала.

4.7.  Түбәндәге номинацияларҙа тәрбиәселәр билдәләнә:

  • «Ата - әсәләрҙе актив йәлеп иткән өсөн»;
  • «Иң оригиналь музей».
  • “Иң  халыҡсан музей”

4.8. Еңеүселәр дипломдар һәм приздар менән бүләкләнә.

 

 

 

ЗАКЛАДКИ



     

     


-->
Вход на сайт

Поиск

Календарь
«  Апрель 2024  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930

Архив записей

Друзья сайта