Воскресенье
28.04.2024
01:24
Приветствую Вас Гость
RSS
 
МДОБУ детский сад "Сулпылар" ГО г.Сибай РБ
Главная Регистрация Вход
»
Меню сайта

Категории раздела
Наши [19]

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 1


Балалар баҡсаһында 3 октябрҙан алып 7 октябрға тиклем Милли белем биреү аҙналығы үткәрелде. Аҙналыҡ планы 12 – се һанлы дөйөм белем биреү мәктәбе менән берлектә төҙөлдө. Аҙналыҡ сиктәрендә төрлө саралар үткәрелде.

1. Мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә “Башҡортостан – тыуған ерем” исемле ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге бик ҡыҙыҡлы булды. Эшмәкәрлеккә 12 – се мәктәп уҡытыусылары саҡырылғайны. Тәрбиәсе Танһыҡҡужина Земфира Ғәлийән ҡыҙы “Лунтикты” Башҡортостан буйлап сәйәхәт итергә саҡырҙы. Балалар Лунтикка Сибай ҡалаһы тураһында һөйләнеләр, илебеҙҙең урмандары, йәнлектәре, ҡоштары, ағастары менән таныштырҙылар. Пропп карталары ярҙамында “Кәзә бәрәстәре һәм бүре” башҡорт халыҡ әкиәтен һөйләп ишеттерҙеләр. Дидактик синквейн ярҙамында Башҡортостан төшөнсәһен нығыттылар.

2. Музыка етәксеһе Ғөбәйҙуллина Рәмилә Әбделхәй ҡыҙы  “Сәскә ат, Башҡортостаным” исемле байрам әҙерләне. Байрамға ата - әсәләр ҙә саҡырылғайны. Мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәрен “Ҡурай сәскәһе” Башҡортостан мөғжизәләре менән таныштырҙы. Байрамға йәм өҫтәп “Хоттабыч бабай” ҙа килгән ине. Ул ҡурай сәскәһе серҙәрен асырға ярҙам итте. Балалар Ватан тураһында төрлө йырҙар йырланылар, матур итеп бейенеләр, милли уйындар уйнанылар, хатта үҙҙәре дирижер ролендә “балалар оркестры” ойошторҙолар. Хоттабычты дәүләт символдары менән таныштырҙылар. Байрам балаларға яҡшы кәйеф, дәрт өҫтәне.

                                  

                          

                  

                                    

Просмотров: 339 | Добавил: Сулпылар | Дата: 10.10.2016

ЗАКЛАДКИ



     

     


-->
Вход на сайт

Поиск

Календарь
«  Октябрь 2016  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31

Архив записей

Друзья сайта