Тышта ҡар яуа, ҡар яуа,
Ниндәй саф һауа, саф һауа,
Әйҙә сығайыҡ, сығайыҡ,
Саңғы шыуайыҡ, шыуайыҡ!
Саңғыла йөрөү- ҡышҡы спорт төрөнөң мауыҡтырғыс һәм файҙалы бер төрө. Саңғы шыуыусының кәүҙәһе һәр саҡ формала була, аяҡ-ҡулдары көслө, организмы сыныға, һаулығы нығына. Тын юлдары өсөн дә саңғыла йөрөү файҙалы. “Сулпылар” балалар баҡсаһында йыл һайын ҡышҡы йылы көндәрҙә тәрбиәләнеүселәр саңғы шыуырға сығалар. Тәрбиәләнеүселәр физик тәрбиә биреү инструкторы, тәрбиәселәре менән саңғыла баҡса биләмәһе буйлап йөрөйҙәр, өлкән төркөм балалары менән ярыштар ошойторола. Бына шулай, “Сулпылар” балалар баҡсаһында саңғы һөйөүсе ҡыҙҙар һәм малайҙар йөрөйҙәр!
Физик тәрбиә биреү инструкторы Йәнбәкова М.А.
|