Понедельник
06.05.2024
13:49
Приветствую Вас Гость
RSS
 
МДОБУ детский сад "Сулпылар" ГО г.Сибай РБ
Главная Регистрация Вход
»
Меню сайта

Категории раздела
Наши [19]

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 1


8 декабрь көнө «Сулпылар” балалар баҡсаһында, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрҙәрен үҫтереү буйынса эште камиллаштырыу маҡсатында, “Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың телмәрен үҫтереү: проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары” исемле педагогик кәңәшмә үтте. Педагогик кәңәшмәлә балалар баҡсаһы мөдире Фәтхуллина Зәүрә Баян ҡыҙы телмәр үҫтереү проблемаһы балалар баҡсаһы өсөн актуаль проблема булып торғанын асып һалды . Өлкән тәрбиәсе Бикбова С.Р. педагогтарҙы тематик тикшереү буйынса аналитик белешмә менән таныштырҙы. Артабан уҡытыусы-логопед Хурамшина Г.Н. "Фонематик ишетеү һәләтен үҫтереү- дөрөҫ телмәр нигеҙе" темаһына педагогтарға консультация үткәрҙе. Эшлекле уйындан һуң, тәрбиәселәр “Методик табыштар” тип аталған аукционда ҡатнаштылар. Һәр тәрбиәсе телмәр үҫтереү буйынса региональ йөкмәткеле дидактик уйындарҙы презентациялап сыҡты. Педагогик кәңәшмә фекер алышыу һәм ҡарар сығарыу менән тамамланды.

  

Просмотров: 150 | Добавил: ssulpylar | Дата: 08.12.2020

ЗАКЛАДКИ



     

     


-->
Вход на сайт

Поиск

Календарь
«  Декабрь 2020  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031

Архив записей

Друзья сайта