Вторник
07.05.2024
01:24
Приветствую Вас Гость
RSS
 
МДОБУ детский сад "Сулпылар" ГО г.Сибай РБ
Главная Регистрация Вход
»
Меню сайта

Категории раздела
Наши [19]

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 1


14 декабрь – башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе М.Аҡмулланың тыуған көнө. Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Уның сиктәрендә бөтә республика буйынса башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар ойошторола.

Беҙҙең “Сулпылар” балалар баҡсаһында ла был көндө башҡорт теленә арналған саралар ойошторолдо. “Ҡояшҡай” һәм “Ынйыҡай” мәктәпкә әҙерлек төркөмдәрендә иртәлектәр уҙғарылды. Сараға Башҡорт теле килеүе байрамға йәм өҫтәне. Башҡа төркөм тәрбиәләнеүселәре туған телебеҙ тураһында әңгәмә ҡорҙолар, шиғырҙар һөйләнеләр, һүрәттәр төшөрҙөләр, башҡорт ҡурсаҡтары менән уйын ҡорҙолар. Тәрбиәләнеүселәр физик тәрбиә биреү инструкторы Йәнбәкова М.А. менән саф һауала башҡорт халыҡ уйындары уйнанылар. Шулай итеп, Башҡорт теле көнө шаулап-гөрләп үтеп тә китте. Был көн балаларҙың хәтерендә оҙаҡҡа һаҡланыр, туған телебеҙгә һөйөүҙәрен, ҡыҙыҡһыныуҙарын арттырыр тип ышанғы килә.

Просмотров: 153 | Добавил: ssulpylar | Дата: 15.12.2020

ЗАКЛАДКИ



     

     


-->
Вход на сайт

Поиск

Календарь
«  Декабрь 2020  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031

Архив записей

Друзья сайта