Барлыҡ әсәйҙәрҙе Әсәйҙәр көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һәр кем өсөн ер йөҙөндә иң ҡәҙерле кеше булып әлбиттә, әсәй тора. Улар беҙгә йән биреүсе лә, тормошобоҙға йәм биреүсе лә. Тормошта ниндәй генә ауырлыҡтар тыуһа ла, беҙ әсәйҙәребеҙҙе иҫкә төшөрәбеҙ, күңелебеҙҙән уларҙан ярҙам, фатиха һорайбыҙ. Ҡәҙерле Әсәйҙәр! Һеҙҙе байрам менән ҡотлап ныҡлы һаулыҡ, түҙемлек һәм сабырлыҡ, балаларығыҙҙың рәхмәтендә оҙон-оҙаҡ ҡыуанып йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!