Понедельник
06.05.2024
00:18
Приветствую Вас Гость
RSS
 
МДОБУ детский сад "Сулпылар" ГО г.Сибай РБ
Главная Регистрация Вход
»
Меню сайта

Категории раздела
Наши [19]

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 1


Тыуған илгә һөйөү , патриотик тойғо тәрбиәләүҙе мәктәпкәсә йәштән үк башларға кәрәк. Ошо маҡсатҡа ярашлы "Сулпылар" балалар баҡсаһында февраль айы хәрби - патриотик айлығы тип иғлан ителде.Айлыҡ барышында балалар баҡсаһында бик күп саралар үткәрелде. Тәрбиәселәр балалар менән Ватан, хәрби хеҙмәт, һуғыш әфәте, геройҙар тураһында әңгәмәләр үткәрҙеләр, шиғырҙар ятланылар, видеофильмдар ҡарап үттеләр.
Ә инде февраль айында уҙғарылған Ватанды һаҡлаусылар көнөн атайҙар ҙа, малайҙар ҙа һағынып көтөп ала тиһәң, дөрөҫ булыр.Был байрам яратҡан байрамдарҙың береһе. Балалар баҡсаһында ошо байрам айҡанлы йыл да матур иртәлектәр үткәрелеп тора. Быйыл да уртансылар, өлкәндәр,мәктәпкә әҙерлек төркөмдәрендә үҙенсәлекле иртәлектәр булып үтте. Атайҙар ҙа, малайҙар байрамға әҙерләнеп килгәндәр.Һәр иртәлектең үҙ йәме,матурлығы булды.Балалар үҙ ара ярышып күңел астылар , ә атайҙар хеҙмәт иткән ваҡыттарын иҫкә төшөрөп һөйләп үттеләр. Хәрби -патриотик йырҙар,шиғырҙар байрамдың биҙәге булды. Байрам аҙағында һәр төркөм тәрбиәләнеүселәре үҙҙәре эшләгән бүләктәрен тапшырҙылар.
Байрамға килгән олатайҙарға, атайҙарға, ағайҙарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ! Байрам менән ҡотлайбыҙ!
Тәрбиәсе Абдулғафарова Л.Ш.

         

Просмотров: 214 | Добавил: ssulpylar | Дата: 23.02.2020

ЗАКЛАДКИ



     

     


-->
Вход на сайт

Поиск

Календарь
«  Февраль 2020  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
242526272829

Архив записей

Друзья сайта