Беҙҙең балалар баҡсаһында ла "Һабантуй" байрамы гөрләп үтте. Тәрбиәселәре үҙ тәрбиәләнеүселәре һәм ата-әсәләр өсөн һабантуй ойошторҙо. Балалар рәхәтләнеп уйнаны, күңел асты, ярышты. Байрам аҙағында кескәйҙәр әсәйҙәре бешереп алып килгән тәмлекәстәр менән сәй эсте.
Просмотров: 380 |
Добавил: ssulpylar |
Дата: 29.06.2019
|
Просмотров: 231 |
Добавил: ssulpylar |
Дата: 29.06.2019
|
В День России в Сибае прошел «Велофест-2019» под девизом «Спортивная Россия - сильная Россия!». Новую физкультурную традицию поддержали сотни горожан всех возрастов, любители и профессионалы, в том числе и наши воспитанники. Итог велосипедного фестиваля – заряд бодрости, оптимизма и хорошего настроения!
Просмотров: 276 |
Добавил: ssulpylar |
Дата: 29.06.2019
|
31 май көнө "Сулпылар"балалар баҡсаһында ла "Балаларҙы яҡлау көнө" билдәләнеп китте. Балаларҙы иртәндән байрамса биҙәлгән баҡса көтә ине.Байрамды башларға Йәйбикә үҙенең яҡын дуҫтары Ҡояшҡай менән Ямғырҡайҙы бергә алып килеп тә етте,балалар бик шатланышып ҡаршы алдылар.Үҙҙәренең тәрбиәселәре менән әҙерләгән башҡортса шиғырҙар һөйләп,йырҙар йырлап та күрһәттеләр,айырыуса уртансылар төркөмөнән Мәүлитова Нурияның йыры бөтәһен дә әсир итте. Йәйбикәнең дуҫтары менән ойошторған төрлө уйындарҙан да ситтә ҡалманылар, хатта бәләкәстәр ҙә ихлас күңелдән ҡатнаштылар. Балалар-ғүмеребеҙҙең сәскәләре,илебеҙҙең киләсәге! Уларҙы яратайыҡ, яҡлайыҡ, һаҡлайыҡ!
Просмотров: 366 |
Добавил: ssulpylar |
Дата: 29.06.2019
|
|