Среда
08.05.2024
00:36
Приветствую Вас Гость
RSS
 
МДОБУ детский сад "Сулпылар" ГО г.Сибай РБ
Главная Регистрация Вход
»
Меню сайта

Категории раздела
Наши [19]

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 1


“Сулпылар” балалар баҡсаһында эш тәжрибәһен дөйөмләштереү

Бөгөнгө көн балалар баҡсаһының һәм Федераль дәүләт белем биреү стандарттарының талабы, бурысы һәм төп йүнәлеше – ысын шәхес тәрбиәләү. Үҙ иленә, тыуған төйәгенә, уның тәбиғәтенә, туған халҡына, уның рухи байлығына, туған теленә оло ихтирам, тәрән һөйөү тәрбиәләү – тәрбиәселәр алдына ҡуйылған маҡсат.

“Сулпылар” балалар баҡсаһының тәрбиә биреү системаһының өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе – үҫеп килеүсе йәш быуында гражданлыҡ һәм илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләү.

23 май “Сулпылар” балалар баҡсаһында тәрбиәсе Ҡәйепҡолова Зөлфиә Ғәлләм ҡыҙының эш тәжрибәһен йомғаҡлау сараһы үтте. Был сарала башҡорт төркөмдәренең 
методик берекмәһе етәксеһе Йыһангирова Гөлнара Марат ҡыҙы һәм ҡала балалар баҡсаларынан башҡорт төркөмдәре тәрбиәселәре ҡатнашты. Юғары категориялы тәрбиәсе Зөлфиә Ғәлләм ҡыҙы педагогтарға уртансы төркөм балалары менән “Сибайым – тыуған ҡалам” исемле асыҡ ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге күрһәтте, ФДББС контекстарына ярашлы “Мәктәпкәсә йәштәге балаларға рухи - әхлаҡи тәрбиә биреүҙә проекттар алымын ҡулланыу” темаһына эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Балалар баҡсаһы тәрбиәселәре өсөн баҫтырып сығарған методик ҡулланмаһын презентацияланы. Зөлфиә Ғәлләм ҡыҙының эшен ҡала педаготары юғары баһаланы.
 
Просмотров: 268 | Добавил: ssulpylar | Дата: 26.05.2019

ЗАКЛАДКИ



     

     


-->
Вход на сайт

Поиск

Календарь
«  Май 2019  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031

Архив записей

Друзья сайта