Еңеү байрамы алдынан “ Сулпылар” балалар баҡсаһының бәләкәй ирекмәндәре байрам концерты менән тағы ла ҡарттар һәм инвалидтар йортона юлланды. Бәләкәстәр ололарҙы яҡынлашып килгән Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотлап, йырҙар йырланы, шиғырҙар ятланы, бейеп тә күрһәтте. Олатай-инәйҙәр һәр сығышты ихлас ҡабул итте, бәләкәй әртистәрҙе алҡыштар менән дәртләндереп торҙолар.
Балаларҙың үҙ ҡулдары менән эшләнгән сәскә һәм ҡотлау хаттарын тапшырғандан һуң, ололарҙың күңелдәре шатлыҡ хистәре менән тулды.
Байрам аҙағында ирекмәндәр ололарға шәхси эшҡыуар Р.Ҡ.Дилмөхәмәтов ( ООО “ МакарониЯ” ) биреп ебәргән күстәнәстәрҙе тапшырҙы.
Олатайҙар һәм инәйҙәр дәртле, рухлы балаларға – йәш ирекмәндәргә һоҡланып, рәхмәт һүҙҙәре әйтеп , бик йы лы хушлашты. Балаларҙа ололарға ҡарата мәрхәмәтле ҡараш булдырыу, уларға ҡарата изгелекле булырға өйрәтеү--төп маҡсат. Мәрхәмәтле булайыҡ!
Нәсимә Малабаева.