Воскресенье
05.05.2024
00:47
Приветствую Вас Гость
RSS
 
МДОБУ детский сад "Сулпылар" ГО г.Сибай РБ
Главная Регистрация Вход
»
Меню сайта

Категории раздела
Наши [19]

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 1


Маҡсат: Яҡшылыҡты насарлыҡтан айырырға өйрәтеү; балаларҙа мәрхәмәтлелек, изгелек, шәфҡәтлелек кеүек сифаттарға-ыңғай , ә тупаҫлыҡҡа, ҡырыҫлыҡҡа кире ҡараш, уларҙа етеҙлек, талапсанлыҡ, ныҡышмалылыҡ, әүҙемлек,сослоҡ тәрбиәләү.
14 йыл элек 3 сентябрь көнө Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһының 1-се һанлы мәктәбен террористар баҫып ала. Баҫып алыу һөҙөмтәһендә 334 кеше һәләк була, улар араһында балаларҙың да булыуы үҙәкте өҙә, йөрәкте өтә. Шуның өсөн был көн Терроризмға ҡаршы көрәш алып барыу көнө тип атала башлай. Шуға күрә беҙҙең балалар баҡсаһында терроризм буйынса иртәлек үткәрелде.
Был иртәлектә өлкәндәр, мәктәпкә әҙерлек төркөмдәре ҡатнашты. Тәүҙә тәрбиәсе Бесландағы мәктәп террористар ҡулында булыуы тураһында һөйләне. Һәм был көн бөтә ил өсөн нисек оло ҡайғы көнөнә әүерелеүе тураһында әйтелеп үтә. Бер ғәйепһеҙ балалар,ата-әсәләр, уҡытыусылар хөрмәте өсөн Беслан ҡалаһында "Теракттың ҡорбандары булған балалар өсөн " һәйкәл ҡуйылыуы тураһында һөйләп үтә.
Артабан өлкән төркөм балалары 2 командаға бүленеп эстафеталарҙа ярыштылар. Үҙҙәренең көстәрен, етеҙлектәрен, мәргәнлектәрен, батырлыҡтарын һанап ҡаранылар.
Балаларға иртәлек оҡшаны, ата - әсәләрҙә ҡәнәғәт ҡалдылар.

  

 

Просмотров: 388 | Добавил: Сулпылар | Дата: 06.09.2017

5-се сентябрь көнө мәктәпкә әзерлек төркөмөндә белем көнөнә  арналган "Белем ағасы" исемле иртәлек үтте. Белем ағасын сихырсы сихырлай һәм ағасты ҡотҡарырға гномдар һәм Аҡhылыу килә. Ағасты яуыз сихырсынан ҡотҡаралар. Балалар  төрлө йырҙар йырланылар, шиғырҙар һөйләнеләр, уйындар уйнанылар  һәм матур итеп бейеуҙәр бейенеләр. Иртәлек бик ҡызыҡлы утте, ата - әсәйзәр, олатай, өләсәйзәр бик ҡәнәғәт булдылар.

  

   

 

 

Просмотров: 336 | Добавил: Сулпылар | Дата: 06.09.2017

31 август 2017 йыл «Сулпылар» балалар баҡсаһында 2017 – 2018 уҡыу йылының төп бурыстары һәм маҡсаттары» исемле педсовет булып үтте. Педсоветтың башында балалар баҡсаһы мөдире Н.А. Биушкина педагогтарҙы яңы уҡыу йылы менән ҡотлап, бөтәһенә лә ижади уңыштар теләне. Артабан педагогтар йәйге һауыҡтырыу эштәренә анализ яһап үттеләр. Анализ яһап бөткәс, педагогтар бер тауыштан йәйге һауыҡтырыу эштәрен ҡәнәғәтләндерерлек тип ҡабул иттеләр. Шулай уҡ педагогтар педсоветта 2017-2018 уҡыу йылына эш планы, комплекслы - тематик , көндәлек пландар яҙыу формаларын, мәктәп менән хеҙмәттәшлек планын, мини методик берекмә планын ҡабул иттеләр, ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге селтәрен, ата – әсәләр йыйылыштары тематикаларын, педагогик диагностика периодын, педагогтарҙың эш графигын, өҫтәлмә белем биреү программаларын раҫланылар, ҡала мәғариф бүлеге планы менән таныштырылар.

 

   

  

Просмотров: 360 | Добавил: Сулпылар | Дата: 06.09.2017

ЗАКЛАДКИ



     

     


-->
Вход на сайт

Поиск

Календарь
«  Сентябрь 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
252627282930

Архив записей

Друзья сайта