Воскресенье
05.05.2024
09:32
Приветствую Вас Гость
RSS
 
МДОБУ детский сад "Сулпылар" ГО г.Сибай РБ
Главная Регистрация Вход
»
Меню сайта

Категории раздела
Наши [19]

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 1


20:36
"Беҙ тыныслыҡ яҡлы"

Маҡсат: Яҡшылыҡты насарлыҡтан айырырға өйрәтеү; балаларҙа мәрхәмәтлелек, изгелек, шәфҡәтлелек кеүек сифаттарға-ыңғай , ә тупаҫлыҡҡа, ҡырыҫлыҡҡа кире ҡараш, уларҙа етеҙлек, талапсанлыҡ, ныҡышмалылыҡ, әүҙемлек,сослоҡ тәрбиәләү.
14 йыл элек 3 сентябрь көнө Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһының 1-се һанлы мәктәбен террористар баҫып ала. Баҫып алыу һөҙөмтәһендә 334 кеше һәләк була, улар араһында балаларҙың да булыуы үҙәкте өҙә, йөрәкте өтә. Шуның өсөн был көн Терроризмға ҡаршы көрәш алып барыу көнө тип атала башлай. Шуға күрә беҙҙең балалар баҡсаһында терроризм буйынса иртәлек үткәрелде.
Был иртәлектә өлкәндәр, мәктәпкә әҙерлек төркөмдәре ҡатнашты. Тәүҙә тәрбиәсе Бесландағы мәктәп террористар ҡулында булыуы тураһында һөйләне. Һәм был көн бөтә ил өсөн нисек оло ҡайғы көнөнә әүерелеүе тураһында әйтелеп үтә. Бер ғәйепһеҙ балалар,ата-әсәләр, уҡытыусылар хөрмәте өсөн Беслан ҡалаһында "Теракттың ҡорбандары булған балалар өсөн " һәйкәл ҡуйылыуы тураһында һөйләп үтә.
Артабан өлкән төркөм балалары 2 командаға бүленеп эстафеталарҙа ярыштылар. Үҙҙәренең көстәрен, етеҙлектәрен, мәргәнлектәрен, батырлыҡтарын һанап ҡаранылар.
Балаларға иртәлек оҡшаны, ата - әсәләрҙә ҡәнәғәт ҡалдылар.

  

 

Просмотров: 389 | Добавил: Сулпылар
ЗАКЛАДКИ



     

     


-->
Вход на сайт

Поиск

Календарь
«  Сентябрь 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
252627282930

Архив записей

Друзья сайта