27 сентябрҙә тәрбиәсе һәм мәктәпкәсә хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнә. Тәрбиәсе һәм мәктәпкәсә хеҙмәткәрҙәр көнөн уҙғарыу тарихы 2004 йылдан рәсми билдәләнә. Ниһайәт, балаларға көн дә байрам ойоштороусылар үҙ байрамлы булды! Беренсе балалар баҡсаһы 1863 йылдың 27 сентябрендә асыла. Был учреждение 3-8 йәшлек балаларҙы ҡабул иткән. Баҡса программаһында хәрәкәтле уйындар, конструкторҙар, хатта Тыуған ил тарихын өйрәнеү дәресе була. Беренсе балалар баҡсаһын асыусы “Балалар баҡсаһы” исемле махсус журнал сығарыуға ирешә. Мәктәпкәсә йәштә – бала шәхес булып формалаша, уның һаулығына нигеҙ һалына, шуға ла бәләкәстең киләсәк яҙмышы тәрбиәсенең аҡылына, сыҙамлығына, баланың эске донъяһына, иғтибарына бәйле. Яңы байрамдың идеяһы – балалар баҡсаһы, уның проблемаларына йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү. Был һөнәр ысын мәғәнәһендә балаларға һөйөү, ихтирам талап итә, сөнки тап балалар баҡсаһында алған тәрбиә уның киләсәк тормошона нигеҙ һала. Был осорҙа балала тәбиғәткә, тирә-йүнгә, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләнә, ул яҡшылыҡты яуызлыҡтан айыра белергә, дуҫтар табырға өйрәнә. Хөрмәтле тәрбиәселәр, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре, педагогия ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә уңыш - ҡаҙаныштар теләйбеҙ! Балалар баҡсаһы администрацияһы.
|