Республика күләмендә "Экология йылына" арналып уҙғарылган "Мин был ерҙе матурларға яратам" тип аталған шиғыр бәйгеһе беҙҙең балалар баҡсаһындә дәррәү үтеп китте. Бөтәһе 10 бала үҙҙәренең сығыштарында Тыүған илебеҙ Башҡортостанды данлап, тау-урман, йылға-күлдәрен маҡтап, йөрәк түренән сыҡҡан күренекле шағирҙарыбыҙҙың матур һүҙҙәрен, мәҫәлән, Сафуан Әлибаевтың, Салауат Юлаевтың, Миңңлейәр Дилмөхәтовтың, Рәсима Ураҡсинаның шиғырҙарын оҫта башҡарҙылар. Жюри ағзалары балалар баҡсаһы мөдире Нурия Әхәт ҡыҙына һәм тәрбиәсе Ҡәйепҡолова Зөлфиә Ғәлләм ҡыҙына 3-5 йәшкә, 5-7 йәшкә тиклемге ике баланы ҡала күләмендә уҙғарылған шиғыр бәйгеһә һайлап алыуы бик ҡыйын булды. Шулай ҙа оҙаҡ ҡына кәңәшләшкәндән һуң еңеүсе итеп Мәүлитова Нурияны (3 йәш) һәм Әҙелбаева Айзельде (6 йәш) еңеүсе тип таптылар. Кескәйҙәргә уңыштар теләп ҡала күләмендә лә алдынғылар рәтендә булыуҙарын теләп ҡалайыҡ.
|