16 декабрь көнө ҡала күләмендә Экология йылын тамамлап шиғыр бәйгеһе гөрләп үтте. Балалар баҡсаһынан финалға сыҡҡан Әҙелбаева Айзел- 6 йәш һәм Мәүлитова Нурия -3 йәш темаға ярашлы шиғырҙар ятлап, тамашасылар күңелен яуланылар. Башҡортостан тәбиғәтенең мәғрүр тауҙары, сылтырап аҡҡан йылғалары, ҡоштар һайрауы тураһында яҙылған шиғырҙарҙы оҫта башҡарып, ике тәрбиәләнеүсебеҙҙә III урынға лайыҡ булдылар. Айзелгә һәм Нурияға артабанда уңыштар теләп ҡалабыҙ.