Воскресенье
19.05.2024
05:05
Приветствую Вас Гость
RSS
 
МДОБУ детский сад "Сулпылар" ГО г.Сибай РБ
Главная Регистрация Вход
»
Меню сайта

Категории раздела
Наши [19]

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 1


22:17
"Сәсмәүерем, селтәрем"

30 май көнө Сибай ҡалаһында "Сәсмәүерем, селтәрем" исемле IV Төбәк-ара башҡорт милли кейеме фестивале уҙғарылды. Сибай ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге, Сибай сәнғәт колледжы, фольклорсы Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллинаның "Урал батыр" сәсәндәр мәктәбе, Сибай ҡалаһының "Ағинәйҙәр ҡоро" ойошмаһы тарафынан дүртенсе йыл ойошторолған был фестиваль ҡалабыҙҙың матур йолаһына әүерелде инде. Быйыл күркәм сараға Баймаҡ, Бөрйән, Күгәрсен, Әбйәлил райондары, Сибай, Магнитогорск, Өфө ҡалаһы, Ырымбур өлкәһе оҫталары йыйылып көс һынаштылар.

Сибай ҡалаһының башҡорт милли рухлы “Сулпылар” башҡорт балалар баҡсаһы коллективы ла бындай күләмле саранан ситтә ҡалманы. Балалар баҡсаһы мөдире Нурия Әхәт ҡыҙы Биушкина етәкселеге аҫтында күргәҙмә әҙерләнеләр, тәрбиәләнеүселәр менән милли кейемдәр дифелеһында ҡатнаштылар. Ҡашмау, селтәр, һаҡал, маңлайса, хәситә, арҡыры яға, сәсмәүер кеүек милли байлыҡтарыбыҙ күргәҙмәнең яуын алып үҙенә йәлеп итте. Педагогтар һәм тәрбиәләнеүселәр ҡомартҡы ҡашмау, камзулдар менән бер рәттән заманса стилләштерелгән этно күлдәктәр һәм биҙәүестәр менән сығыш яһап бар халыҡты таң ҡалдырҙылар.

Шулай итеп, бәйгелә “Сулпылар” балалар баҡсаһы коллективы күргәҙмә әҙерләп I дәрәжә дипломы менән, ә милли кейемдәр дифелеһында III дәрәжә дипломы менән бүләкләнде.

 

Просмотров: 220 | Добавил: ssulpylar
ЗАКЛАДКИ



     

     


-->
Вход на сайт

Поиск

Календарь
«  Июнь 2019  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930

Архив записей

Друзья сайта