Среда
08.05.2024
00:14
Приветствую Вас Гость
RSS
 
МДОБУ детский сад "Сулпылар" ГО г.Сибай РБ
Главная Регистрация Вход
»
Меню сайта

Категории раздела
Наши [19]

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 1


19:35
"Сәләмәт ғаилә - сәләмәт балалар баҡсаһы"

           19 апрелдә физик тәрбиә буйынса ҡала берекмәһе тарафынан ойошторолған "Сәләмәт ғаилә - сәләмәт балалар баҡсаһы" спорт фестивалендә беҙҙең “Сулпылар” балалар баҡсаһынан Мазгаровтар ғаиләһе ҡатнашты. Унан алда был ғаилә баҡсабыҙҙа үткәрелгән спорт байрамында еңеп, ҡала күләмендә үткән сарала бик теләп ҡатнашты. Мазгаровтар үҙҙәрен бик татыу, спорт яратҡан, ойошҡан һәм, нисек кенә ауыр булһа ла, бөтә ҡаршылыҡтарҙы ла еңеп сыға алған ғаилә итеп күрһәтте. Тәрбиәләнеүсебеҙ Мазгаров Денисламдың атаһы, Данил Ғәбдинур улы, улына ысын ир- егеттәргә хас тәрбиә биргән, еңеүгә ихтыяр көсө, сабырлыҡ, түҙемлелек сифаттарын тәрбиәләгән. Тәнәфес ваҡытында Денислам үҙенең спорт төрө - ушу буйынса күнекмәләрен күрһәтте. Ул был спорт төрө менән беренсе йыл ғына шөғөлләнмәй, бер нисә тапҡыр инде республика күләмендә призлы урындар яулаған. Денисламдың сығыштары, әлбиттә, көслө алҡыштар һәм ҡыуаныстар тыуҙырҙы. Ул нунчактарҙы бик оҫта ҡулланып “ Дракон юлы”спорт композицияһында гимнастик күнекмәләр күрһәтте. Денисламдың әсәһе, Светлана Таһир ҡыҙы, велосипедсылар ярышында үҙен бик етеҙ ҡатнашыусы итеп күрһәтте, ә Данил Ғәбдинур улы ласта кейгән балыҡсыны ҡыҙыҡлы һүрәтләне. Ҡаршылыҡтар тыуҙырыусы, тупта һикереп, самокатта йөрөп, бергәләп өй төҙөп һәм башҡа төрлө ярыштар үткәрелде. Мазгаровтар ғаиләһе ыңғай хистәр, яңы көстәр туплап, яҡшы кәйеф менән эстафетаны тамамланы һәм иң яҡшы спорт ғаиләһе булып танылды. (Йауынбаева Ф.Ә., физик тәрбиә биреү инструкторы, Йәнбәкова М.А., тәрбиәсе).

  

Просмотров: 365 | Добавил: Сулпылар
ЗАКЛАДКИ



     

     


-->
Вход на сайт

Поиск

Календарь
«  Апрель 2018  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30

Архив записей

Друзья сайта