"Сулпылар" балалар баҡсаһында "Хәүефһеҙлек биләмәһе" исемле дөйөм ата-әсәләр йыйылышы булып үтте. Ҡатнаштылар: юл хәрәкәте инспекторы Аптикаев Альберт Әхнәс улы, балалар баҡсаһыны, мөдире Биушкина Нуриә Әхәт ҡыҙы һәм балалар баҡсаһының ижади төркөмө өлкән тәрбиәсе Бикбова Светлана Рәшит ҡыҙы, тәрбиәселәр Ҡәйепҡолова Зөлфиә Ғәлләм ҡыҙы, Туйсина Гүзәлиә Зәки ҡыҙы һәм Танһыҡҡужина Земфира Ғәлийән ҡыҙы, Абдулғафарова Лилиә Шамил ҡыҙы ҡатнаштылар.
Үҙ сығышында балалар баҡсаһы мөдире Нуриә Әхәт ҡыҙы планетабыҙҙа барлыҡҡа килгән социаль һәм экологик күренештәр кешеләрҙә ҙур хәүеф тыуҙырғанын һөйләне. Бигрәк тә бәләкәй балалар өсөн борсолғанын белгертте. Шуға күрә «Сулпылар» балалар баҡсаһында мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы йәшәү хәүефһеҙлеге нигеҙҙәренә өйрәтеү эше приоритетлы йүнәлеш булғанын аңлатты. Өлкән тәрбиәсе Бикбова Светлана Рәшит ҡыҙы, был йәһәттән балалар баҡсаһында педагогтар, тәрбиәләнеүселәр, ата – әсәләр, социум менән маҡсатлы эш алып барылғаны менән таныштырҙы. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы хәүфһеҙлек ҡәғиҙәләренә өйрәтеү 4 йүнәлеш буйынса алып барылғанын да әйтеп үтте, ул – йәшәү хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре, сәләмәт тормош алып барыу, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре, янғын хәүеһеҙлеге. Өлкән тәрбиәсе педагогтарҙың Н.Е. Вераксаның “Тыуғандан мәктәпкәсә”, Р.Б. Стеркинаның “Хәүефһеҙлек” программаһына таянып эшләүҙәрен белдерҙе.
Артабан тәрбиәселәр ата-әсәләрҙе балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә ярашлы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре, инновацион технологиялар «луллия балдаҡтары”, “лепбук” ҡулланыуҙары менән таныштырҙылар.
Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре буйынса төрлө күргәҙмәлек материал - балалар өсөн дидактик уйындар, альбомдар, шиғырҙар китапсыҡтары, ата-әсәләр өсөн консультациялар, папка-йәймәләр, макеттар, юл хәрәкәте тамғалары һ.б. (Бибова С.Р., өлкән тәрбиәсе).
Просмотров: 736 |
Добавил: Сулпылар |
Дата: 18.04.2018
|
|