Балалар хәүефһеҙлеге – беҙҙең ҡулда! Һағынып көткән каникулдар мәле етте. Балалар күбеһенсә урам буйында уйнайҙар. Урамда күңелле, тик ҡағиҙәләрҙе иҫтән сығарырға ярамай. Беҙҙең "Сулпылар" балалар баҡсаһында бының өҫтөндә төплө эш алып барыла. Тәрбиәселәр тарафынан ата –әсәләргә консультациялар үткәрелә, иҫкәртмәләр таратыла. Балалар менән дә төрлө эштәр алып барыла. Юл хәүефһеҙлеге инспекторы Ҡарағузин Радмир Таһир улы менән берҙәмлектә балаларға бик фәһемле сара үткәрелде. Радмир Таһир улы балаларҙың юл ҡағиҙәләрен ниндәй кимәлдә белеүҙәрен тикшерҙе. Шулай уҡ, төрлө осраҡлы хәлдәр булыуы хаҡында бәйән итте. Дөйөм алғанда, сара бик йәнле, файҙалы һәм күңелле үтте. Тәрбиәсе: Л.Ш. Абдулғафарова |