Вторник
07.05.2024
19:06
Приветствую Вас Гость
RSS
 
МДОБУ детский сад "Сулпылар" ГО г.Сибай РБ
Главная Регистрация Вход
»
Меню сайта

Категории раздела
Наши [19]

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 1


22:17
"Балаларға экологик тәрбиә биреү" дөйөм ата-әсәләр йыйылышы

           Экологик белем һәм тәрбиә биреү системаһын үҫтереү, балаларҙа тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, илебеҙгә, тыуған еребеҙгә, халҡыбыҙға хеҙмәт итеү, һөйөү уятыу маҡсатында «Сулпылар» балалар баҡсаһында байтаҡ эштәр башҡарыла.

6 декабрь көнө баҡсабыҙҙа “Мәктәпкәсә йәштәге балаларға экологик тәрбиә биреү” темаһына дөйөм ата-әсәләр йыйылышы үтте. Йыйылыштың маҡсаты: балаларға экологик тәрбиә биреүҙә балалар баҡсаһының ата- әсәләр менән хеҙмәттәшлеген нығытыу, яңы эш алымдарын өйрәнеү. Мәктәпкәсә йәштәге балаларға экологик тәрбиә биреү һорауҙарында өлкәндәрҙең белемдәрен арттырыу, экологик культураһын үҫтереү.

Йыйылыш башында ата – әсәләрҙе өлкән тәрбиәсе Бикбова С.Р. уҡыу йылының маҡсаты һәм бурыстары, йыллыҡ эш планы, балалар баҡсаһының тормошо, башҡарыласаҡ эштәр менән таныштырып сығыш яһаны. Артабан тәрбиәселәр Ҡәйепҡолова З.Ғ. һәм Йәнбәкова М.А. ата –әсәләрҙе экологик сәйәхәткә саҡырҙылар. Сәйәхәт ваҡытында тәрбиәселәр балалар баҡсаһында экологик тәрбиә биреү эштәре торошо тураһында һөйләп киттеләр, “Тәбиғәт белгесе” тигән викторина, уйындар үткәрҙеләр, видеояҙма ҡарарға тәҡдим иттеләр, бергәләп төрлө ситуациялы хәлдәрҙе систеләр, фекер алыштылар. Ә кескәйҙәр төркөмөндә тәрбиәләнеүсе Абҙгилдина Лейланың әсәһе шифалы үләндәрҙең организмға файҙаһы тураһында бәйән итте.

Йыйылышты дөйөмләштереп балалар баҡсаһы мөдире Нуриә Әхәт ҡыҙы Биушкина: “Тәбиғәтте һаҡлау ололар тәртибенән башлана. Бала беҙҙән өйрәнә,уға яҡшы өлгө күрһәтәйек. Балаларҙы үҙҙәре йәшәгән мөхитте һаҡларға, уны яҡларға өйрәтәйек”, - тине.

Шулай уҡ Нуриә Әхәт ҡыҙы ата – әсәләрҙең төрлө һорауҙарына яуап бирҙе. Йыйылыш ваҡытында балалар баҡсаһы тормошонда әүҙем ҡатнашыусыларға  Нуриә Әхәт ҡыҙы рәхмәт хаттары тапшырҙы. Йыйылыш бик йылы мөнәсәбәттә үтте.

    

 

                

 

Просмотров: 363 | Добавил: Сулпылар
ЗАКЛАДКИ



     

     


-->
Вход на сайт

Поиск

Календарь
«  Декабрь 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Архив записей

Друзья сайта