Суббота
04.05.2024
12:48
Приветствую Вас Гость
RSS
 
МДОБУ детский сад "Сулпылар" ГО г.Сибай РБ
Главная Регистрация Вход
»
Меню сайта

Категории раздела
Наши [19]

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 1


17:39
Ата-әсәләр йыйылышы

26 апрель көнө “Сулпылар” балалар баҡсаһында дөйөм ата- әсәләр йыйылышы уҙғарылды. Йыйылыштың тәүге өлөшө Экология йылына арналғайны. Ата – әсәләр ихтибарына уртансылар, өлкәндәр һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмдәре тәрбиәләнеүселәре башҡарыуында театрлаштырылған тамаша тәҡдим ителде. Ә йыйылыштың икенсе өлөшө туған тел проблемаларына бәйләнгән ине. Өлкән тәрбиәсе Бикбова С.Р. туған телдең ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә булғанын әйтеп китте. Балалар баҡсаһында ниндәй эшмәкәрлектәр аша тыуған телгә һөйөү тәрбиәләү тураһында аңлатты, үҙ телебеҙҙе һаҡларға, ҡурсаларға өндәне.

Кескәйҙәр төркөмө тәрбиәсеһе Ҡәйепҡолова Зөлфиә Ғәлләм ҡыҙы ата – әсәләрҙе халыҡ педагогикаһы аша нисек балаларҙа телгә һөйөү тәрбиәләп булыуы менән таныштырҙы. Борон – борондан балаларҙы башҡорт теленә, ауыҙ – тел ижадына ҡыҙыҡһындырыу, ихтирам уятыу өсөн бишек йырҙары, һамаҡ – әүрәткестәр, әйтем – мәҡәлдәр, әкиәттәр ҡулланғандар тип билдәләп китте. Зөлфиә Ғәлләм ҡыҙы йәш ата – әсәләргә бала тәрбиәләүҙә ауыҙ – тел ижады ҡулланырға кәңәш бирҙе.

Уртансылар төркөмө тәрбиәсеһе Өмөтбаева Гүзәлиә Мәжит ҡыҙы ата –әсәләргә “Тел белгесе” исемле викторина үткәрҙе. Ата – әсәләр телгә ҡағылышлы мәҡәл – йомаҡтар ҡойҙолар, кроссворд систеләр, төрлө һорауҙарға яуап бирҙеләр. Көсөргәнешле ярышта “Тел белгесе” исемен Һөйәрғолова Нурзилә Юлай ҡыҙы яуланы һәм миҙал менән бүләкләнде.

Йыйылыштың аҙағында ата – әсәләр өй шарттарында тыуған телдә балаларҙың телмәрен үҫтереү буйынса үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар.

    

Просмотров: 396 | Добавил: Сулпылар
ЗАКЛАДКИ



     

     


-->
Вход на сайт

Поиск

Календарь
«  Май 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031

Архив записей

Друзья сайта