Суббота
04.05.2024
21:35
Приветствую Вас Гость
RSS
 
МДОБУ детский сад "Сулпылар" ГО г.Сибай РБ
Главная Регистрация Вход
»
Меню сайта

Категории раздела
Наши [19]

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 1


Бөйөк Еңеүҙең 72 йыллығына арналған байрам сараларында беҙҙең "Сулпылар" балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре ла әүҙем ҡатнашты. 9 май көнө Еңеү скверында башҡа балалар баҡсалары менән һуғыш тематикаһына күргәҙмә ойошторҙоҡ. Тағы ла беҙ бөтә коллектив менән олатай - ҡартатайҙарыбыҙҙың фотоһүрәттәрен тотоп "Үлемһеҙ полк" Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаштыҡ. Ҡәҙерлеләренең фотоһүрәттәрен күтәргән халыҡ ағымына ҡараһаң, яу ҡырында ятып ҡалған һалдаттар тыуған иленә ҡайтып килә һымаҡ. Хәйер, үҙҙәре ут эсендә ҡалһа ла, уларҙың исемдәре Бөйөк Еңеү булып илгә ҡайтты! Бер кем дә онотолмай, бер нимә лә онотолмай!

    

Просмотров: 366 | Добавил: Сулпылар | Дата: 10.05.2017

9 Май - Еңеү байрамы халҡыбыҙ өсөн иң изге байрамдарҙан иҫәпләнә. Был оло Еңеүҙе беҙҙең ата-бабаларыбыҙ йәне, тәне менән яулап алды. Бөгөнгө тормош еңел бирелмәне, миллиондарса яҡташыбыҙ яу яланында ятып ҡалды. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында совет һалдаты тиңһеҙ батырлыҡ, сабырлыҡ күрһәтте һәм бөтә Европа илен фашист ҡоллоғонан азат итте . Ошо көндәрҙә илебеҙҙә Бөйөк Еңеүҙең 71 йыллығына арналған байрам саралары башланды. Советтар Союзы Геройы Ф.И. Белов исемен йөрөткән 12 – се мәктәптә лә Еңеү көнөнә арналған тантаналы митинг үткәрелде. Митингка һуғыш һәм тыл ветерандары, ҡала хакимиәте вәкилдәре, беҙҙең “Сулпылар” һәм “Айгөл” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ҡунаҡҡа саҡырылды. Митинг Рәсәй гимны менән тантаналы башланып китте. Өлкән синыф уҡыусылары Еңеү көнөнә арналған шиғри монтаж менән сығыш яһанылар. Митингтан һуң Ф.И. Белов иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә венок һәм сәскә һалынды.

 

Просмотров: 288 | Добавил: Сулпылар | Дата: 10.05.2017

ЗАКЛАДКИ



     

     


-->
Вход на сайт

Поиск

Календарь
«  Май 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031

Архив записей

Друзья сайта