"Сулпылар" балалар баҡсаһы администрацияһы һеҙҙе яҡынлашып килгән байрам — Республика көнө – Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө менән ихлас күңелдән ҡотлай. Һәммәгеҙгә лә ихлас күңелдән ныҡлы һаулыҡ, барыһының да яҡшы булырына ышаныс, изге башланғыстарҙа уңыштар һәм оло кешелек бәхете теләй. Тыуған Башҡортостаныбыҙға – тыныслыҡ һәм тотороҡло үҫеш, һәр йортҡа – татыулыҡ һәм муллыҡ!