«Сулпылар» балалар баҡсаһында ике көн буйы «Кем көслө?» спектакленең премьераһы уҙҙы. Башҡорт халыҡ әкиәте буйынса сәхнәләштерелгән тамашала балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүселәре һәм тәрбиәселәре ҡатнашты. Йәш артистар спектаклде беренсе көн үҙҙәренең тиҫтерҙәренә күрһәтһә, ә икенсе көн ата - әсәләр алдында сығыш яһап, уларҙы ҡыуандырҙылар. Сағыу декорациялы, моңло көйлө һәм күңелле әкиәт тамашасыларҙы хайран ҡалдырҙы. Ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс әкиәт сюжеты балаларҙың һәм өлкәндәрҙең күңелен яуланы. Оҫта уйнауҙары менән кескәй артистар театр сәнғәтенең иҫ китмәле сихри атмосфераһын сағылдырҙы. Тамашасыларҙың шат йылмайыуы, ихлас алҡышлауҙары спектаклдең бөтәһенә лә бик оҡшауын күрһәтте. Хәҙерге компьютерлаштырылған заманала бындай саралар ойошторолоуы бик актуаль булып тора. Балалар баҡсаһында йәш быуынды сәнғәткә ылыҡтырыу, уларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү хуплауға лайыҡ. Был күркәм сараны ойошторғандары өсөн “Сулпылар” балалар баҡсаһының мөдире Биушкина Нурия Әхәт ҡыҙына, коллектив педагогтарына ата - әсәләр исеменән ҙур рәхмәт белдерәм.
Халиҡова Венера Әсғәт ҡыҙы.