Вторник
07.05.2024
20:54
Приветствую Вас Гость
RSS
 
МДОБУ детский сад "Сулпылар" ГО г.Сибай РБ
Главная Регистрация Вход
»
Меню сайта

Категории раздела
Наши [19]

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 1


Дан һиңә, дан, Башҡортостан!

Илен һөйгән халҡыңа дан!

Рәсәй менән бөйөк берҙәмлектә

Сәскә ат һин, Башҡортостан!

Тыуған илебеҙ Башҡортостан - күреп туймаҫ матур, гүзәл ил. Уның ҡайһы төбәгенә генә баҡма - ни менәндер хайран итер, ғорурландыр. Ҡуйы урмандары, нәфис туғайҙары, болоттарға тоташҡан тауҙары һәм тәнгә сихәт, күңелдәргә рәхәт бирә торған саф һауаһы үҙенә тартып тора. Сибай ҡалаһы Башҡортостандың ыҡсым, матур ҡалаларының береһе. Ошо матур ҡалала "Сулпылар" башҡорт балалар баҡсаһы урынлашҡан. Беҙҙең балалар баҡсаһында балалар илһөйәр булып үҫһен өсөн бик күп эштәр башҡарыла. Быйылғы йыл Башҡортостандың 100 йыллығына арналды. Ошо ваҡиға айҡанлы балалар баҡсаһында йыл буйына төрлө эш алымдары алып барылды. Төркөмдәрҙә "Башҡортостанға - 100 йыл" тип аталған мөйөштәр булдырылды. Тәрбиәселәр балаларға шиғырҙар уҡынылар, музыка белгесе йырҙар өйрәтте. Тәбиғәте хаҡында төрлө иллюстрациялар, видеофильмдар ҡаранылар. Ә инде Башҡортостан Республикаһы көнө айҡанлы өлкәндәр һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмдәрендә бик матур һәм бай эстәлекле иртәлектәр булып үтте. Иртәлектәргә әҙерлек етди барҙы. Балаларға һәм ата-әсәйҙәргә иртәлек бик оҡшаны. Ә инде фойела фойела урынлашҡан "Тыуған илем - Башҡортостан!" исемле күргәҙмә  бөтәһенең дә күңеленә хуш килде.  Башҡортостаныбыҙҙы һаҡлайыҡ һәм данлайыҡ! Был беҙҙең бурысыбыҙ.                                                                                                           

 Тәрбиәсе Абдулғафарова Л.Ш.

          

Просмотров: 232 | Добавил: ssulpylar | Дата: 12.10.2019

ЗАКЛАДКИ



     

     


-->
Вход на сайт

Поиск

Календарь
«  Октябрь 2019  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031

Архив записей

Друзья сайта