Ҡанатланып күңелдәр
Ҡош кеүек оса ғына.
Һаумы,балалар баҡсаһы!
Ал беҙҙе ҡосағыңа!
1 сентябрь. Көҙ. Балалар мәктәпкә ашҡына. Шул ваҡытта беҙҙең балалар баҡсаһына ла тәрбиәләнеүселәр үҙ белем кимәлдәрен тәрәнәйтергә тип килделәр. Был көндө кескәйҙәр өсөн "Буратина мажаралары" исемле сара үтте. Мәктәпкә әҙерлек төркөмө балаларына тәрбиәсе Абдулгафарова Лилиә Шамил ҡыҙы һәм музыка етәксеһе Сафина Гөлдәниә Миңлеғәле ҡыҙы ҡыҙыҡлы һәм шул уҡ ваҡытта мауыҡтырғыс та күңел асыу сараһы ойошторҙолар.