Четверг
09.05.2024
02:12
Приветствую Вас Гость
RSS
 
МДОБУ детский сад "Сулпылар" ГО г.Сибай РБ
Главная Регистрация Вход
»
Меню сайта

Категории раздела
Наши [19]

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 1


«Сулпылар” балалар баҡсаһында өлкәндәр төркөмөндә Бөйөк еңеүгә арналған “ Тыуған ил “ өсөн исемле иртәлек үтте. Сараның маҡсаты: Балаларҙа тыуған ил өсөн ғорурлыҡ тәрбиәләү,үҙаллылыҡ үҫтереү,коллективта бергәләп ҡағиҙәләр үтәргә өйрәтеү, эстафеталарҙа ҡатнашыу. Балаларҙа актерлыҡ һәләттәрен үҫтереү.Иртәлек бәләкәй тамаша менән башланды. Һуғыш башланған көндәге кеүек, балалар төркөмләп туп уйнайҙар, уйынсыҡ самолеттар осоралар, ҡурсаҡ уйнайҙар, скакалканан һикерәләр.Аудиояҙманан ҡапыл бомбалар шартлаған,мылтыҡтан атҡан тауыштар ишетелә.Балалар,күк йөҙөнә бағалар, уйынсыҡтарын ташлап,төрлө яҡҡа йүгерәләр. Экранда иҫке радио һәм Левитан Бөйөк ватан һуғышы башланыуын иғлан итә.

Был сара барышында балалр,шиғырҙар һөйләнеләр,йырҙар йырланылар.Һуғыш ваҡытында хәрби почтальендарҙыңауыр бурысы тураһында белемдәрен тәрәнәйттеләр.Хамидуллин Алмас,Тлявкабулова Илина,Мансурова Нәйлә “ усаҡ” эргәһендә ултырып,өсмөйөш һалдат хаттары “уҡынылар”.Балалар ошо хаттарҙы юғалтмай,адрес буйынса алып барыу өсөн,төрлө һынауҙар үтеп ярыштылар.

Тәрбиәсе балаларға һалдаттарҙың , көслө рухлы,ҡыйыу һәм тәүәкәллектәре тураһында мәғлүмәттәр бирҙе.Һуғыш әҙ генә тымып торған саҡта,уларҙың нисек бейеп,йырлап алыуҙары тураһында һөйләне һәм ҡыҙҙар “ Моряктар” бейеүен бейенеләр,ә малайҙарҙың “ Һалдаттар” йыры бөтәһенеңдә күңеленә хуш килде.

Иртәлектә шулай уҡ тәрбиәселәр балаларҙы презентациянан Мәскәү ҡалаһандағы” Билдәһеҙ һалдат ҡәбере”,Волгоград ҡалаһындағы “Ил-әсә саҡыра”,Берлин ҡалаһындағы” Памятник воину освободителю”,Өфө ҡалаһындағы Александр Матросов һәйкәлдәре менән таныштырҙы.

Сибай ҡалаһындағы Еңеү паркындағы “Мәңгелек ут” һәм Александр Матросовтың һәйкәлен ҡаранылар. Бер минут тынлыҡтан һуң балалар ата-әсәләр менән бергәләп “ Нурлы баласаҡ” йырын йырланылар,йыр балаларзың “ Сулпылар” баҡсаһында уткән төрлө фотопрезентация менән барҙы. Ата-әсәләр балаларға байрам айҡанлы һалдат пилоткалары бүләк иттеләр.

Был сара бик фәһемле булды,балалар рухланып,уҙҙәрен ысын буласаҡ ил һаҡсылыры,һалдаттар булып хис иттеләр.

   Тәрбиәсе: Д.Б.Иҫәндәүләтова

 

Просмотров: 314 | Добавил: Сулпылар | Дата: 10.05.2018

          9 мая 1945 года закончилась война и этот день – День Победы стал самым светлым, любимым праздником для всех нас. Педагоги и воспитанники детского сада “Сулпылар” провели праздничные мероприятия, вспоминали тех, кто пал на полях сражений и своей жизнью заплатил за мир и свободу нашей страны. Воспитанники средней группы побывали на торжественном митинге у памятника Ф.И. Белова, организованном педагогическим коллективом и учащимися школы № 12. Вместе с воспитанниками возложили гвоздики и почтили память павших героев Великой Отечественной войны. 
Много праздников мы отмечаем, 
Все танцуем, играем, поем. 
Но есть праздник один – самый главный, 
И его нам приносит весна. 
День Победы – торжественный, славный, 
Отмечает его вся страна. 
        Губайдуллина Р.А., музыкальный руководитель

 

Просмотров: 243 | Добавил: Сулпылар | Дата: 10.05.2018

ЗАКЛАДКИ



     

     


-->
Вход на сайт

Поиск

Календарь
«  Май 2018  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031

Архив записей

Друзья сайта