Пятница
03.05.2024
20:24
Приветствую Вас Гость
RSS
 
МДОБУ детский сад "Сулпылар" ГО г.Сибай РБ
Главная Регистрация Вход
»
Меню сайта

Категории раздела
Наши [19]

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 1


28 февраль көнө "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында ҡала күләмендә уҙғарылған "Башҡорт төркөмдәрендә телмәр үҫтереүҙә ҡулланылған технологиялар" конкурсында тәрбиәсе Танһыҡҡужина Земфира Ғәлийән ҡыҙы III урын яуланы. Туған телебеҙгә, башҡорт теленең таралыу даирәһен киңәйтеүгә, милли традицияларҙы һаҡлауға һәм мәктәпксә йәштәге балаларҙың телмәр үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн диплом менән бүләкләнде, (Бибова С.Р., өлкән тәрбиәсе).

    

Просмотров: 355 | Добавил: Сулпылар | Дата: 01.03.2018

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты 1 мартты Башҡорт ғаиләһе көнө тип билдәләргә тәҡдим итте. Яҙҙың тәүге көнө менән бергә тәбиғәт тә уянған, күңелдәргә яҡтылыҡ бөркөлгән мәлдәрҙә, кешеләрҙең йөрәге лә яҡшылыҡҡа, Йыһан моңона ҡушылып, йәшел үләнгә баҫырға әҙерләнгән миҙгелдә Башҡорт ғаиләһе көнөн билдәләү – тереклек илаһи нурҙарға күмелгән кеүек, ғаиләләрҙә үҙенең йәшәү осоронда яғымлы яҙын да, йәмле йәйен дә, мул уңышлы көҙөн дә, ап-аҡ ҡышын да бергә кисереүгә ишаралыр, тип өмөт итәйек. Башҡорт ғаиләһенең асылын, йәшәү рәүешен өйрәнгән ғалим Әнүәр Әсфәндиәров борон-борондан милләтебеҙҙең йорт усаҡтарында йолалар һаҡланыуын, атай абруйы, әсәй наҙы, балалар ҡәҙере, өлкәндәр аҡылы, йәштәр айбарлығы булыуы хаҡында яҙҙы. Бындай милли байрамдың барлыҡҡа килеүе тап ғаиләләребеҙгә боронғо йолалар ҡото, рухы ҡайтыу көнө булһын! Аллаға шөкөр, Башҡортостаныбыҙҙа ғына түгел, милләттәштәребеҙ йәшәгән башҡа төбәктәрҙә лә башҡорт туйҙары, айыҡ байрамдар уҙғарыла башланы. Ошолар үҙе үк халҡыбыҙ тамырҙарынан һут алып, был быуатта яңы көс-ғәйрәт, ҡеүәт, иман нуры менән һуғарылһын!

1 марта - день башкирской семьи. Семьи бывают самыми разными. Башкирская семья отличается укладом своей жизни, к сожалению, в современном мире башкирские семьи стали менять уклад своей жизни, но хочется надеется и верить, что традиции заложенные предками будут чтиться. Детский сад "Сулпылар", уже II год отвечает за городскую программу "Семейный очаг", основной целью программы - это сохранение семьи и семейных традиций. В нашем детском саду - в первую очередь - это сохранение башкирских обычаев через различную работу с родителями (законными представителями) наших воспитанников. Что отрадно, родители часто заходят к заведующей Биушкиной Н.А.. делятся своими проблемами, приходят за советом. Пусть башкирские семьи процветают и живут в любви и доверии. 

Просмотров: 359 | Добавил: Сулпылар | Дата: 01.03.2018

ЗАКЛАДКИ



     

     


-->
Вход на сайт

Поиск

Календарь
«  Март 2018  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
   1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728293031

Архив записей

Друзья сайта