Пятница
03.05.2024
04:46
Приветствую Вас Гость
RSS
 
МДОБУ детский сад "Сулпылар" ГО г.Сибай РБ
Главная Регистрация Вход
»
Меню сайта

Категории раздела
Наши [19]

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 1


Ошо көндәрҙә Сулпылар балалар баҡсаһында киң танылған байрамдарыбыҙҙың береһе - һабантуй үткәрелде. Тәрбиәләнеүселәребеҙҙең йыл да йәйге миҙгелдә көтөп алған иң сағыу, иң иҫтәлекле, иң күңелле көнө бит ул.....Байрамдың биҙәге һәм ҡото - башҡорт тирмәһе. Беҙҙең тәрбиәселәр ҙә матур итеп тирмә биҙәнеләр. Халҡыбыҙҙың көнкүрешен, һөнәрҙәрен сағылдырған әйберҙәрҙең һәр ҡайһыһы күҙҙең яуын алырлыҡ. Ағас һауыт-һабалар, сигелгән таҫтамалдар, ҡашмау-селтәрҙәр, кейеҙ балаҫтар, шәлдәрҙе һ.б. Ҡыҙҙар һәм малайҙар ғына түгел, ә килгән ҡунаҡтар, атай һәм әсәйҙәр ҡыҙыҡһынып һәм мауығып ҡаранылар. Һабантуйҙы кескәйҙәребеҙҙең йыр-бейеүҙәрҙән торған матур сығыштары йәмләне. Нәфис һүҙ оҫталары шиғырҙар һөйләнеләр, күмәкләп флешмоб та бейенеләр. Артабан балалар өсөн спорт ярыштары үткәрелде. Йомортҡа менән йүгереү, ат сабышы, тоҡ менән һикереү, арҡан тартышыу кеүек уйындарҙа барыһы ла сәмләнеп көс һәм ҡеүәттәрен һынап ҡаранылар. Байрамыбыҙҙың аҙағында байрам сәйе ойошторолдо.Сәк-сәк, бауырһаҡ, бәлештәр менән малайҙар һәм ҡыҙҙар атай - әсәйҙәр менән берлектә тирмәлә сәй эстеләр. Был байрам һәр бала өсөн мөғжизәле көн ине.

 

  

  

Просмотров: 319 | Добавил: Сулпылар | Дата: 17.06.2017

ЗАКЛАДКИ



     

     


-->
Вход на сайт

Поиск

Календарь
«  Июнь 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
   1234
567891011
12131415161718
19202122232425
2627282930

Архив записей

Друзья сайта