16 февраль көнө кескәйҙәрҙең икенсе төркөмөндә (тәрбиәсе Ҡәйепҡолова З.Ғ. һәм Шәрипова Ю.С.) "Ваҡ ҡул моторикаһын үҫтереү - телмәр үҫеше ысулы" исемле атай - әсәйҙәр йыйлышы үтте.
Баланың бәйләнешле, эҙмә-эҙлекле, грамматик һәм фонетик яҡтан дөрөҫ итеп үҙ фекерен әйтә белеүе, уратып алған донъя тураһында төрлө ваҡиғалар һөйләй алыуы уның тормошонда мөһим роль уйнай. Шуға күрә, һәр эшмәкәрлектә бәйләнешле телмәр үҫтереү маҡсатында, балалар менән фонемалар өҫтөндәге эште, һүҙ байлығын үҫтереүҙе, телмәрҙең грамматик яҡтан дөрөҫ төҙөлөшөн үҙләштереү эштәрен комплекслы рәүештә башҡарыу һәм был бурыстарҙы бер-береһе менән бәйле, даими рәүештә алып барыуҙы күҙ уңында тоторға тырышабыҙ.
Йыйылыштан атай - әсәйҙәр бик ҡәнәғәт ҡалдылар, сөнки теле асылып етмәгән балалар менән нисек эшмәкәрлектәр үткәне, ниндәй алымдар ҡулланабыҙ шул турала һүҙ барҙы. Йыйылышты йәнләндереп видеороликтар ҙа күрһәтелде. Етеп килгән байрам, Ватанды һаҡлаусылар көнө менән атайҙарҙы ҡотлап, уларға "Балағыҙҙың телмәрен үҫтереү, асыу өсөн өйҙә ниндәй уйындрар уйнайһығыҙ? " тигән һорауға бик фәһемле, матур яуаптар ишеттек. Лего уйынсығынан танк та эшләп күрһәттеләр. Афарин атайҙар!!! Йыйылыш балалар менән берлектә төркөмдә сәй эсеү менән тамамланды.
Просмотров: 360 |
Добавил: Сулпылар |
Дата: 03.03.2017
|
23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы балалар баҡсаһында күргәҙмә ойошторолдо. Был күргәҙмәгә яуаплы тәрбиәселәр Нүрсилә Рәсүл ҡыҙы Дәүләтҡолова менән Гүзәлиә Мәжит ҡыҙы Өмөтбаева һәр төркөм ата - әсәләренең ҡул эштәрен йыйып алдылар. Ата - әсәләр бик әүҙем ҡатнаштылар. Хәрби техника, аппликацияларҙы зауыҡлы, ҡыҙыҡлы итеп эшләгәндәр. Бында балаларҙың атайҙарына, олатайҙарына эшлаган ҡул эштаре, һурәттәр урын алды. Күргәҙмәгә үҙ өлөшөн индергән һәр атай - әсәйгә балалар баҡсаһы администрацияһы исеменән ҘУР РӘХМӘТ әйтәһе килә.
Просмотров: 509 |
Добавил: Сулпылар |
Дата: 03.03.2017
|
|