Бөгөн балалар баҡсаһында белем көнөнә арналған ҙур байрам булып үтте. Байрам "Һөнәрленең ҡулы алтын" исеме аҫтында үткәрелде. Байрамға ата - әсәләр саҡырылды. Тәрбиәсе Танһыҡҡужина Земфира Ғәлийән ҡыҙы иртәлекте бик оҫта алып барҙы. Байрамға йәм өҫтәп "Аҡыл эйәһе- Ғалим" (тәрбиәсе Бикбова С.Р.) инде. Ул балаларҙың төрлө һөнәрҙәр буйынса белемен барланы, белмәгәндәрен өйрәтте, интеллектуаль уйындар үткәрҙе. Ә Белмәҫйән балаларҙы юл ҡағиҙәләре буйынса уйындарға ылыҡтырҙы, юл хәүефһеҙлеген һаҡлаусылар һөнәрҙәре тураһында әңгәмәләште. Байрам аҙағында балаларға тормош хәүефһеҙлеген һаҡлау буйынса үҫтереүсе мультфильмдар күрһәтелде. Байрам сараһын ойоштороусы һәм үткәреүсе музыка етәксеһе Ғөбәйҙуллина Рәмилә Әбделхәй ҡыҙына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.