Вторник
07.05.2024
06:11
Приветствую Вас Гость
RSS
 
МДОБУ детский сад "Сулпылар" ГО г.Сибай РБ
Главная Регистрация Вход
»
Меню сайта

Категории раздела
Наши [19]

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 1


19:26
"СУЛПЫЛАР" ЙОНДОҘҘАР ҠАБЫҘА

4 декабрь көнө балалар баҡсаһында 2015 йыл йомғаҡтары яһалды. Сара ҙур байрамға әүерелде. Унда ата - әсәләр, педагогтар һәм, әлбиттә, балалар ҡатнашты. Тәрбиәселәр Ҡәйепҡолова Зөлфиә Ғәлләм ҡыҙы һәм Малабаева Нәсимә Зиннур ҡыҙы байрамды бик ҡыҙыҡлы һәм ойошҡанлы алып барҙылар. Йондоҙ һанаусы (тәрбиәсе Дәүләтҡолова Нурсилә Рәсүл ҡыҙы) балалар баҡсаһы ҡабыҙған "йондоҙҙарҙы" күреп уларҙы бер ҙур "йондоҙлоҡҡа" йыя барҙы. Сарала төрлө кимәлдәге конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә ҡатнашып ҙур уңыштарға өлгәшкән тәрбиәләнеүселәргә дипломдар һәм маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.Балалар баҡсаһында белем биреүҙә актив ҡатнашҡан ата - әсәләр ҙә ситтә ҡалманы. Улар  Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Ә инде балаларҙың һәләттәрен асыуға ҙур көс һалған педагогтарға  балалар баҡсаһы администрацияһы исеменән Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Байрам балаларҙың концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Ата - әсәләр ҙә яуап итеп концерт номерҙары менән сығыш яһанылар. Сара бик ойошҡанлы үтте.

 

Просмотров: 376 | Добавил: Сулпылар
ЗАКЛАДКИ



     

     


-->
Вход на сайт

Поиск

Календарь
«  Декабрь 2015  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031

Архив записей

Друзья сайта