Воскресенье
05.05.2024
17:06
Приветствую Вас Гость
RSS
 
МДОБУ детский сад "Сулпылар" ГО г.Сибай РБ
Главная Регистрация Вход
»
Меню сайта

Категории раздела
Наши [19]

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 1


11:54
Спорт аҙнаһы

Беҙ сәләмәт тормош яҡлы,

Ярыш сәме дәрт бирә!

Бәйгеләрҙә ал бирмәйбеҙ,

Дуҫлыҡта көслө беҙҙә!

Таҫыллыҡтың, оҫталыҡтың

Нигеҙе тырыш хеҙмәт.

Кем сәләмәт тормош яҡлы-

Беҙҙә шуларға хөрмәт!

Сәләмәтлек – ул кешенең төп ҡиммәттәре. Һау - сәләмәт быуын тәрбиәләү - һәр дәүләттең маҡсаты. Балаларҙы сәләмәт, көслө, көр күңелле булып үҫтереү маҡсатында “Сулпылар” балалар баҡсаһы педагогтары бик күп эш алып бара. Балалар баҡсаһында физик тәрбиә биреү, күңел асыу саралары һәр ваҡыт балалар өсөн күңелле һәм шатлыҡлы ваҡиға. “Сулпылар” балалар баҡсаһында был аҙна спорт аҙнаһына бағышланды. Төркөмдәрҙә тәрбиәләнеүселәр менән һаулыҡ тураһында әңгәмәләр үткәрелде, спорт төрҙәре һәм ҡоралдары менән таныштылар, сәмләнеп өҫтәл һәм спорт уйындарын уйнанылар. Аҙналыҡты йомғаҡлап, балалар менән бик күңелле эстафета ярышы уҙғарылды. Эстафетаны башлар алдынан аяҡ, ҡулдарға күнекмәләр эшләнелде. Ике командаға бүленеп, балалар бик тырышып эстафета ярышында ҡатнаштылар, ярышта дуҫлыҡ еңды! Ярыш күңелле ритмик бейеү менән тамамланды. Физик тәрбиә балаларҙың киләсәге өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, киләсәк быуыныбыҙ физик яҡтан ныҡ һәм сәләмәт булһын!                                                                                                                                                             

  Физик тәрбиә биреү инструкторы Йәнбәкова М.А.

 

 

Просмотров: 146 | Добавил: ssulpylar
ЗАКЛАДКИ



     

     


-->
Вход на сайт

Поиск

Календарь
«  Август 2020  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31

Архив записей

Друзья сайта