Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 99 йыл тулыуына арнап Сибай ҡалаһының Халыҡ ижады һәм ял үҙәге шиғырҙар бәйгеһе ойошторҙо. Конкурс интернет селтәрендә барҙы. Конкурста бөтәһе 41 шиғриәт һөйөүсе ҡатнашты. Беҙҙең баҡсабыҙҙан бәйгелә мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүсеһе Һөйәрғолова Регина көс һынашты. Бәйгегә Регина М.Кәримдең "Ауылыма ҡайтып киләм" шиғырын әҙерләне. Видео интернет конкурсҡа йомғаҡлау яһап бәйгеселәрҙе 19 октябрь шиғыр кисәһенә йыйҙылар. Конкурсанттар сәхнәгә сығып шиғырҙар һөйләнеләр, бергәләшеп М.Кәрим һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы йырланылар. Кисә аҙағында барлыҡ бәйгеселәр маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнделәр.
|