Вторник
07.05.2024
00:22
Приветствую Вас Гость
RSS
 
МДОБУ детский сад "Сулпылар" ГО г.Сибай РБ
Главная Регистрация Вход
»
Меню сайта

Категории раздела
Наши [19]

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 1


22:58
Хәрби – патриотик тәрбиә.

       Бөгөнгө көндә, белем биреү учрежденияларының мөһим бурыстарының береһе булып – тормошҡа әҙер булған, үҙ Ватанын ысын күңелдән яратҡан кеше, гражданин, патриот тәрбиәләү тора. “Сулпылар” балалар баҡсаһында мәктәпкәсә йәштәге балаларға хәрби – патриотик тәрбиәһе биреү буйынса күп кенә эштәр башҡарыла. Февраль айы башында балалар баҡсаһында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған хәрби - патриотик тәрбиә айлығы иғлан ителгәйне. Планға ярашлы был рәттән бик күп эштәр алып барыла. Мәҫәлән, төркөмдәрҙә темаға ҡығылышлы күргәҙмәләр ойошторолдо, “Хәрби - патриотик тәрбиә биреү буйынса иң яҡшы мөйөш” конкурсына әҙерлек эштәре бара, балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып “Беҙҙең ил”, “Армия”, “Ватанды һаҡлаусылар” тураһында әңгәмәләр үткәрелә. Тәрбиәләнеүселәр видеофильмдар һәм презентацияларҙы, иллюстрацияларҙы ҡыҙыҡһынып ҡарайҙар, төрлө нәфис әҙәбиәт уҡыйҙар. Шулай уҡ, балалар баҡсаһы фойеһында тәрбиәләнеүселәр эштәренән күргәҙмә ойошторолдо, йәбештереү, әүәләү, һүрәтләү эшмәкәрлектәрендә күҙ яуын алған эштәр башҡарылды. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың иң яратҡан эшмәкәрлеге – уйын. “Беҙ моряктар”, “Ил һаҡсылары” сюжетлы ролле уйындарын малайҙар яратып уйнайҙар. “Самолеттар”, “Сәпкә ат”, “Кем иң мәргән?”, “Һаҙлыҡ аша сыҡ” хәрәкәтле уйындар аша тәрбиәселәр балаларҙың сослоҡтарын, әүҙемлектәрен, мәргәнлектәрен үҫтерәләр. Төркөмдәрҙә ата-әсәләр мөйөшөндә тематикаға ярашлы мәғлүмәттәр эленде, папка-йәймәләр әҙерләнде. 
           Ә уртансылар төркөмөндә хәрби – патриотик темаға арналған интеграциялы асыҡ ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге үтте. Балалар сағыу моряк кейемдәре кейеп диңгеҙ буйлап сәйәхәткә юлландылар. Бының өсөн уларға иң башта корабль төҙөргә тура килде. Корабль тауышын ишетеп ултырып та киттеләр. Бинокль аша ҡарап диңгеҙҙе күҙәтеп барҙылар. Утрауҙарҙа туҡтап һыуҙа кәмә йөҙҙөрҙөләр, тәжрибә аша диңгеҙ һыуының тоҙло икәненә лә инандылар, ниндай һыу аҫты хайуандары йәшәгәнен белделәр. Эшмәкәрлек аҙағында үҙҙәренең тәъҫораттары менән уртаҡлашып сәйәхәттәрен һүрәт аша сағылдырырға тотондолар. Тәрбиәләнеүселәргә сәйәхәт бик оҡшаны, улар яңы һүҙҙәр менән таныштылар, диңгеҙ тураһында белем кимәлдәрен арттырҙылар, һыу хайуандарына ҡарата һаҡсыл ҡарашта булырға өйрәнделәр, кораблдә үҙҙәрен дөрөҫ тотоу ҡағиҙәләрен үтәнеләр. 
                                                                                                 Тәрбиәсе Ҡәйепҡолова З.Ғ.

 

Просмотров: 304 | Добавил: ssulpylar
ЗАКЛАДКИ



     

     


-->
Вход на сайт

Поиск

Календарь
«  Февраль 2019  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728

Архив записей

Друзья сайта