Воскресенье
05.05.2024
15:20
Приветствую Вас Гость
RSS
 
МДОБУ детский сад "Сулпылар" ГО г.Сибай РБ
Главная Регистрация Вход
»
Меню сайта

Категории раздела
Наши [19]

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 1


17:04
Иртә йәштәге балаларҙы үҫтереү буйынса педагогик идеялар һәм инновациялар фестивале

             5 апрель  “Сулпылар” балалар баҡсаһында мәғариф бүлеге тарафынан ойошторолған, иртә йәштәге балаларҙы үҫтереү буйынса педагогик фестиваль булып үтте. Фестивалдең маҡсаты – тәрбиәселәрҙе йәлеп итеп, бер-береһенең ижади эш алымдары менән танышыу, өйрәнеү, заман талаптарына ярашлы булған төрлө эш алымдарын, технологияларын өйрәнеү.

          Сараны баҡса мөдире Биушкина Нурия Әхәт ҡыҙы асты. Фестиваль ике өлөштән торҙо. Фестивалдең беренсе өлөшөндә ҡунаҡтар иртә йәштәге төркөмдәрҙә ойошторолған белем биреү эшмәкәрлектәрен ҡаранылар. Тәрбиәселәр Танһыҡҡужина З.Ғ. “Тылсымлы юл”ҡулланмаһын, Маннанова Г.У. арт- терапия ысулын ҡулланып, федераль дәүләт белем биреү стандарттарына яуап биргән, юғары кимәлле эшмәкәрлек өлгөләрен күрһәттеләр.

             Сараның икенсе өлөшө “Сәләм” телетапшырыуы формаһында үтте. Тәрбиәсе Малабаева Н.З. тапшырыуҙы бик оҫта алып барҙы. Өлкән тәрбиәсе Бикбова С.Р., тәрбиәселәр Танһыҡҡужина З.Ғ., Маннанова Г.У., Сафина Э.Ғ., Ҡәйепҡолова З.Ғ. сығыштары бик актуаль һәм фәһемле булды. Ҡәйепҡолова З.Ғ.сығышы “Сулпылар” балалар баҡсаһы ҡаланың ағинәйҙәре менән аралашып, халыҡ ижадын балаларҙы тәрбиәләгәндә әүҙем ҡулланыуын һыҙыҡ өҫтөнә ҡуйҙы. Фестивалдән барыһы ла ниндәй ҙә булһа үҙе өсөн яңылыҡ, дәрт алып, методик ҡумтаһын тултырып, ошо фестивалде ойоштороусыларға, был идеяны тыуҙырыусы Сибай ҡалаһы мәғариф бүлегенең мәктәпкәсә белем тәрбиә биреү методисы Яныбаева Лилиә Шаһибал ҡыҙына рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, күтәренке кәйеф менән таралышты. Алдағы эштәрҙә барыһына ла уңыштар, яңы асыштар һәм бейек үрҙәр теләп ҡалаһы килә!

                                                                                                                                  Тәрбиәсе Сафина Э.Ғ.

 

Просмотров: 220 | Добавил: ssulpylar
ЗАКЛАДКИ



     

     


-->
Вход на сайт

Поиск

Календарь
«  Апрель 2019  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930

Архив записей

Друзья сайта