Суббота
04.05.2024
12:23
Приветствую Вас Гость
RSS
 
МДОБУ детский сад "Сулпылар" ГО г.Сибай РБ
Главная Регистрация Вход
»
Меню сайта

Категории раздела
Наши [19]

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 1


12:12
14 декабрь - Башҡорт теле көнө

14 декабрь көнө «Сулпылар» балалар баҡсаһында Башҡорт теле көнөнә арналған байрам үтте. Сараның маҡсаты--балаларҙа башҡорт теленә, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, туған тел менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.
Байрамда уртансы, өлкәндәр һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмдәре тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Сценарий буйынса балалар Ер – әсә менән бергәләп бәләгә тарыған Башҡорт телен ҡотҡарҙылар. Телде ҡотҡарыр өсөн балалар туған тел тураһында мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрҙө, телде данлап шиғырҙар ятланы, йырҙар йырланы. Уртансы төркөмдән ҡумыҙсылар ансамбле “Әпипә”, “Әллиләү генәйем” көйҙәрен көйләп ишеттерҙе. Өлкәндәр төркөмө тәрбиәләнеүсеһе Нәбиуллина Нәркәс ҡурай тураһында шиғыр ятлаһа, апаһы Лиана башҡорт халыҡ йыры “Элмәлек”те башҡарҙы. Аталары Фәрит Радик улы Нәбиуллин ҡурайҙа уйнап балаларҙы ҡыуандырҙы. Ошо уҡ төркөмдән Әҙелбаев Йософтоң әсәһе Лилиә Әлфир ҡыҙы тамашасылар алдында дәртле бейеү көйөнә бейене.
Сарала Сибай ҡалаһының “Ағинәйҙәр” ҡоро рәйесе Ғәйнуллина Асия Солтан ҡыҙы, ағзалары Буранбаева Светлана Кинйәбай ҡыҙы, Фәтҡуллина Фәрзәнә Дәминдәр ҡыҙы, Йәнбәкова Венера ҡатнаштылар. Сал сәсле ағинәйҙәр балаларға аҡыллы кәңәштәрен биреп мөнәжәт, нәсихәт әйтеп китте.
Башҡорт теле көнөнә арналған байрам йәнле һәм йәмле, йылы мөнәсәбәттә үтте.

   

  

Просмотров: 488 | Добавил: Сулпылар
ЗАКЛАДКИ



     

     


-->
Вход на сайт

Поиск

Календарь
«  Декабрь 2018  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31

Архив записей

Друзья сайта